Яңылыҡтар
14 Апреля 2021, 03:55

Зөлфиә Ханнанова

Зөлфиә ХАННАНОВА Сөйөмбикә манараһы янында Ҡыҙыҡтырмай мине бер ҙә Һинең йәшәгән өйөң, Көс алыр өсөн йәнемә Килдем мин, ғорур Сөйөм!

Добавить в предпочтительные источники Google
Зөлфиә ХАННАНОВА

Сөйөмбикә манараһы янында

Ҡыҙыҡтырмай мине бер ҙә
Һинең йәшәгән өйөң,
Көс алыр өсөн йәнемә
Килдем мин, ғорур Сөйөм!

Манараңда ай йылмая,
Алаһыңдыр ҡот унан,
Милли рухың көслөрәктер
Хатта тамуҡ утынан.

Һин йәнеңде фиҙа ҡылдың
Һаҡлап иман - ырыҫты,
Бөгөн нисә татар ҡыҙы
Ҡыуандыра урыҫты?

Сөйөм! Милли ғорурлыҡтың
Тарат ергә ҡуҙҙарын,
Рухың менән ҡурсалап тор
Башҡорт, татар ҡыҙҙарын!

Уңда тәре, һулда тәре,
Күреп милләт аҙғанын,
Һинең кеүек манаранан
Ташланырға яҙмаһын!
Читайте нас