Ағиҙел
-2 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2021, 10:20
Рәсим Шәфи-Рәхмәт
Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ* * *Беҙ – малайҙар – үҫкән саҡтаАптырай торған инек:Ниңә әбей-бабай йәйенКейәләр кейеҙ итек?
Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ
* * *
Беҙ – малайҙар – үҫкән саҡта
Аптырай торған инек:
Ниңә әбей-бабай йәйен
Кейәләр кейеҙ итек?
Ниңә шәлдәр ябыналар?
Ниңә кейәләр бүрек?
Көлә инек, йәйге көндә
Шул сәйер хәлде күреп.
Беҙ йәй түгел, ҡышын хатта
Сер бирмәйбеҙ өшөүгә.
Ә ниңә һуң һыуыҡ икән
Әбей-бабай кешегә?
Бының сәбәбен аңланым
Мин тора-бара ғына:
Бар йылыһын биреп бөткән
Улар балаларына.
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы