Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында алдағы көндәрҙә ташҡындың иң юғары нөктәһен көтәләр. Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, тау йылғалары асылған саҡта боҙ тығылыуы һәм һыуҙың ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Атап әйткәндә, Дыуан районында — Әй йылғаһының урта ағымында, Белорет, Архангел райондарында — Инйәр йылғаһында, Бөрйән, Бөрө райондарында — Ағиҙел йылғаһында, Иглин районында Эҫем йылғаһында проблемалы участкаларҙың барлыҡҡа килеүе мөмкин.