Республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка эшләткән. Министр белдереүенсә, уға "Cпутник V" вакцинаһын яһағандар.
Бөгөн иһә матбуғат саралары өсөн биргән интервьюһында Максим Забелин 2020 йылдың икенсе яртыһында коронавирус менән сирләүен, унан даими рәүештә организмындағы антиматдәләр кимәлен тикшереп торғанын белдергән.
Һуңғы анализ уларҙың кимәле түбән икәнлеген күрһәткән, ошонан һуң ул, кәңәш ителгәнсә, Covid-19-ҙан прививка яһатҡан.
- Ниһайәт, вакцина эшләнеләр. Үҙемде яҡшы тоям, кире эҙемтәләр күҙәтелмәй. Был миңә вазифауи бурыстарым буйынса медицина һәм башҡа ойошмаларҙа эшләгән саҡта үҙемде хәүефһеҙ тойорға ярҙам итәсәк, - тип белдергән вице-премьер журналистарға.
Максим Забелин республикала коронавирус менән сирләүселәр һанының түбәнәйеүен хәбәр иткән. Ковид менән сирләүселәр өсөн дауахаларҙа койкалар һаны кәметелгән. Унан тыш, республикала коронавирусҡа ҡаршы вакцинаның күләме етерлек, тигән министр.