Ағиҙел
-5 °С
Ҡар
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2021, 09:45
Дамир Шәрәфетдинов
Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВНәсихәтДонъя матур, ғәййәр дуҫ,Һин дә саф һөйөү хисле:Асыла бел, кисер, түҙ –Тормошҡа булма үсле;
Нәсихәт
Донъя матур, ғәййәр дуҫ,
Һин дә саф һөйөү хисле:
Асыла бел, кисер, түҙ –
Тормошҡа булма үсле;
Иң-иң сөңгөлдәргә төш,
Илһамлы күктә йәшә,
Яныу ҙа – һинең өлөш,
Сөнки әле һин – Кеше!
Әйләнсек тиҙәр донъя –
Үҙгәрә хәләт, заттар…
Тик Ерҙә һин Күк булма,
Яҙған ғәмәлең атҡар!
Ни ҡылаһың, беҙгә лә
Сабырлыҡ биргән Хоҙай.
Сағыу балҡып йөҙһә лә,
Ай ҙа һалҡын таш буғай…
Нәсихәт тимәле, дуҫ –
Телмәргә мас һин үҙең.
Юҡ, тиһәм – бынағайыш,
Тотош бер телмәр теҙҙем…
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?