АЛТЫН БАЛЫҠ
(Заманса әкиәт)
Йәшәгән диңгеҙ ярында
Бер әбей менән бабай.
Ейгән ризыҡтары татлы,
Өйҙәре булған бик бай.
Бер көн был бабай диңгеҙгә
Йүнәлә, йылым алып.
Бер ырғыта... Ике... Өс... Һәм...
Эләгә Алтын балыҡ.
Балыҡ әйтә: “Теләгеңде
Үтәрмен, тик ебәр!” – ти.
Бабай әйтә: “Һин ҡыҙ килтер,
Сибәрҙәрҙән-сибәр!” – ти.
Күҙ асып, күҙ йомған ара, –
Пәйҙә булды бер һылыу.
(Үҙе ниндәй сикһеҙ бәхет
Ул һылыуға ҡол булыу!)
Зөбәржәттәй күҙҙәренән
Нурҙары ағып тора.
Күбәләк ҡанаттарылай
Керпеген ҡағып тора.
Айнымаҫһың, ирененән
Эсһәң мөхәббәт мәйен...
Собханалла, йә күҙ тейер,
Ярай, түбән төшмәйем.
Бабай саҡ-саҡ телгә килә:
“О, минең ҡәҙерлем, – ти, –
Аяҡ аҫтыңа донъяны
Түшәргә әҙермен!” – ти.
Ҡыҙ зөбәржәт күҙе менән
Уға йылмайып ҡарай:
“Миңә күп тә кәрәк түгел,
Төҙөп бир берәй һарай!..”
Бабайыбыҙ егет кеүек, –
Булмай хатта танып та.
Алдын-артын ҡарап тормай,
Йүгергән, ти, банкҡа.
Аҡса булғас, һарай нимә, –
“Һә” тигәнсе төҙөлә.
Ҡыҙ ҙа һәр саҡ ҡарап ҡына
Тора икән күҙенә.
Әйтәләр бит, аппетит та
Ашағанда асыла:
Бриллиант беләҙектәр кәрәк,
Кәрәк затлы машина...
Ә бер көндө... Ә бер көндө
Ҡыҙ ҡысҡыра: “Бабай, – ти, –
Кәрәгең юҡ, табаныңды
Һин ялтырат, давай!” – ти.
Әбейенә кире килә
Бабай, ыштанһыҙ ҡалғас.
Кеҫәһендә елдәр иҫә,
Алдында – ярыҡ ялғаш...
Салауат ӘБҮЗӘР