Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Апрель 2021, 11:45

Эҙләү

Салауат ӘБҮЗӘР ЭҘЛӘҮКешеләр Уны эҙләгәнТаш быуаттан бирле:Өлөшкә ит турағанда,Бүлешкәндә тире... Кемдер Уны ғүмер буйыЭҙләп маташҡандыр.Хатта йоҡлаған саҡта лаУл тип һаташҡандыр. Уны даулап, яуға сапҡанКүпме ата-бабам!..Һәм ейәндәр күкрәк ҡаға:“Мин барыбер табам!” Уны эҙләп, һин дә, мин дәКүпме ишек ҡаҡтыҡ.Тик бер генә һорау таптыҡ:“Ҡайҙа һуң һин, Хаҡлыҡ?”

Салауат ӘБҮЗӘР
ЭҘЛӘҮ
Кешеләр Уны эҙләгән
Таш быуаттан бирле:
Өлөшкә ит турағанда,
Бүлешкәндә тире...
Кемдер Уны ғүмер буйы
Эҙләп маташҡандыр.
Хатта йоҡлаған саҡта ла
Ул тип һаташҡандыр.
Уны даулап, яуға сапҡан
Күпме ата-бабам!..
Һәм ейәндәр күкрәк ҡаға:
“Мин барыбер табам!”
Уны эҙләп, һин дә, мин дә
Күпме ишек ҡаҡтыҡ.
Тик бер генә һорау таптыҡ:
“Ҡайҙа һуң һин, Хаҡлыҡ?”
Читайте нас: