Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Апрель 2021, 21:00

Айгөл Иҙелбаева Мөнир Ҡунафиндың "Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә" повесы хаҡында.

Ниһайәт, Мөнир Ҡунафиндың "Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә" повесын, балаларҙы йоҡлатҡас, тышҡа сығып, серәкәйҙән талана-талана, айырыла алмай бер тынала уҡып сыҡтым да ҡыуаныстан иланым... #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#АйгөлИҙелбаева#МөнирҠунафин

Ниһайәт, Мөнир Ҡунафиндың "Йөҙөп барған, ти, аттар диңгеҙҙә" повесын, балаларҙы йоҡлатҡас, тышҡа сығып, серәкәйҙән талана-талана, айырыла алмай бер тынала уҡып сыҡтым да ҡыуаныстан иланым. Геройҙарҙа ауылдаштарымды ла таныным. Мөнир ағай ауыл кешеләрен шул тиклем ихлас итеп күрһәткән. Улар, ысынлап та, шулай. Эскелек тә диагноз түгел, ә сәбәп. Заман болғанышында диңгеҙҙәге аттар кеүек йөҙөп барғанда төшөнкөлөк баҫып киткәндә күңел йыуанысын "сусҡа балаһында" күрә бит улар. Әгәр ҙә Фәнилде нахаҡҡа ғәйепләп ултыртып, бар ауылдары менән яҡлап ҡалмаһалар, шул эскелек һаман да дауам итер ине. Әле улар алдында - яңы тормош. Мин улар барыһын да аңлағандыр һәм үҙ бәхеттәрен үҙҙәре ҡорор тип шул тиклем ышанам. Ауыл халҡы повесты уҡып, фәһем алһын ине. Күҙҙәре асылып китер ине, моғайын. Замандаштарыма күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡтарҙа мотлаҡ ошо әҫәрҙе уҡырға кәңәш итер инем.
Читайте нас: