Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2021, 16:14

Һәр ырыуҙың үҙ гербы булырға тейеш.

Сара Танып ырыуының барлыҡҡа килеүенә арналған театрлаштырылған тамашанан башланды. Съезд делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәләмләнеПрезидиум ултырышында Танып ырыуы вәкилдәре, делегаттар сығыш яһаны. Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов Танып ырыуының герб өлгөһө менән таныштырҙы #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ТаныпЫрыуы#БашҡортЫрыуҙары

Сара Танып ырыуының барлыҡҡа килеүенә арналған театрлаштырылған тамашанан башланды. Съезд делегаттарын һәм ҡунаҡтарҙы Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Субушев сәләмләне
Президиум ултырышында Танып ырыуы вәкилдәре, делегаттар сығыш яһаны. Тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе урынбаҫары, БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе Юлдаш Йосопов Танып ырыуының герб өлгөһө менән таныштырҙы. Унда ырыу билдәләре- ағас, ҡош, оран, тамға һүрәтләнгән.
«Геральдика системаһына инһен өсөн һәр башҡорт ырыуының гербын эшләп сығарырыға кәрәк. Ырыуҙар гербын Рәсәйҙә тәүгә эшләйбеҙ. Был эште атҡарып сығыр өсөн, 1-2 кеше генә етмәй. Ҙур делегация йыйырға кәрәк. Киләсәктә Танып ырыуы ла донъя геральдика талаптарына яуап биргән гербын ҡабул итер тип өмөтләнәм», — тине Юлдаш Йосопов.
Гимн итеп Рая Хәмәеваның Гөлнара Шәймөхәмәтова һүҙҙәренә яҙған йыры раҫланды. Съезда Танып ырыуы йәмәғәт ойошмаһының советы ағзалары һайланды. Штандартты Илеш районы ҡабул итте. Унда Ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары съезд үткәрә.
Сара һуңында байрам концерты менән һәүәҙкәрҙәр сығыш яһаны.
Читайте нас: