Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Апрель 2021, 16:20

Лянтор ҡалаһына башҡорт нигеҙ һалған

Совет нефть эҙләүсеһе, Лянтор нефть ятҡылығын асҡан профессор Мөхтәр Назарғәлиевте (1930 – 1990) Ханты-Манси автономиялы округындағы Лянтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр.

Совет нефть эҙләүсеһе, Лянтор нефть ятҡылығын асҡан профессор Мөхтәр Назарғәлиевте (1930 – 1990) Ханты-Манси автономиялы округындағы Лянтор ҡалаһына нигеҙ һалыусы тип йөрөтәләр.
Ишембай районында тыуып үҫкән М.Б. Назарғәлиевте нефтселәр яҡшы белә һәм хәтерләй, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте. Уның исемен нефть ятҡылығы, Лянторҙың төп урамы йөрөтә. Ҡаланың Почет китабына индерелгән музей ҙа бар. Йыл һайын Сорғот районында М.Б. Назарғәлиев иҫтәлегенә хәтер мемориалдары үткәрелә.
Кисә Башҡортостан делегацияһы М.Б. Назарғәлиевтең мемориаль таҡтаһына сәскәләр һалды. Башҡорт ҡоролтайы, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре ҡала етәкселеге менән осрашты, хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре хаҡында һөйләште. Иң тәүҙә – туған телдә һөйләшеү өсөн шарттар тыуҙырыу, сөнки төбәктә башҡорттар күп йәшәй.
Балалар менән йәш яҡташтарыбыҙ осрашты. “Тамыр” телеканалы тапшырыуы, “Аҡбуҙат” журналы, һис шикһеҙ, оҙаҡҡа хәтергә ҡаласаҡ. Лянторҙа шулай уҡ “Арғымаҡ” төркөмө сығыш яһаны.
Читайте нас: