Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 13:59

Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың фестивале Миләүшә Мортазинаның 95 йәше уңайынан гала-концерт менән асыла.

27 майҙа Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың IV Халыҡ-ара музыка фестивале асыла. Гала-концерт күренекле педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт вокал мәктәбен ойоштороусы Миләүшә Мортазинаның 95 йәшенә арнала. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#ИльдарАбдразаков#Фестиваль

27 майҙа Өфөлә Илдар Абдразаҡовтың IV Халыҡ-ара музыка фестивале асыла. Гала-концерт күренекле педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, башҡорт вокал мәктәбен ойоштороусы Миләүшә Мортазинаның 95 йәшенә арнала.
Гала-концертта опера сәхнәһе йондоҙҙары һәм Миләүшә Мортазина класы уҡыусылары ҡатнаша. «Башинформ»ға Башҡорт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, программала Елена Стихина (сопрано), Дилара Иҙрисова (сопрано), Әлфиә Кәримова (сопрано), Иҙрис Ғәзиев (тенор), Владимир Копытов (баритон), Василий Ладюк (баритон), Владислав Сулимский (баритон), Асҡар Абдразаҡов (бас), Илдар Абдразаҡов (бас) башҡарыуында рус һәм сит ил композиторҙары операларынан романстар һәм ариялар яңғырай.
Читайте нас в