Ағиҙел
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель 2021, 13:02

Балаҡатай районы Ямаш ауылында яңы балалар баҡсаһы асылды

Балаҡатай районы Ямаш ауылында яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Быға тиклем ауылдағы балалар баҡсаһы 1896 һәм 1916 йылдарҙа төҙөлгән ике бинала урынлашҡайны. Республика башлығы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, заманса балалар баҡсаһы 95 сабыйға иҫәпләнгән. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Балаҡатай#Ямаш

Балаҡатай районы Ямаш ауылында яңы балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. Быға тиклем ауылдағы балалар баҡсаһы 1896 һәм 1916 йылдарҙа төҙөлгән ике бинала урынлашҡайны. Республика башлығы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, заманса балалар баҡсаһы 95 сабыйға иҫәпләнгән.
Учреждение бинаһында санитар талаптарға тап килгән аҙыҡ-түлек блогы, музыка залы, медицина блогы, төркөм һәм йоҡо бүлмәләре бар. Температураны көйләргә мөмкинлек биргән автономлы газ ҡаҙанлығы менән тәьмин ителгән. Балалар баҡсаһы биш, шул иҫәптән ясле төркөмөнә иҫәпләнгән.
Балалар баҡсаһы биләмәһендә резина япмалы биш уйын зонаһы булдырылған, ҡомлоҡтар, каруселдәр, тауҙар ҡуйылған.
Читайте нас в