Хәмерҙең ғаиләгә, йәмғиәткә килтергән зыяны, фажиғәләре хаҡында бөтәбеҙ ҙә хәбәрҙарбыҙ. Шул уҡ ваҡытта эскелек проблемаһы, уның менән нисек кенә көрәшмәһендәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һаман көнүҙәк булып ҡала. Заманында “ҡоро закон” индереп тә ҡаранылар, әммә алкоголле эсемлектәрҙе ҡәтғи рәүештә тыйып ҡына әллә ни һөҙөмтәгә өлгәшеп булмағанға ла инандыҡ. Бының сере ябай: йәшәү рәүешен, үҙеңдең һәм яҡындарыңдын яҙмышын билдәләү бары үҙебеҙҙән генә тора.
Тап ошо хәҡиҡәтте республикала уңышлы үткәрелеп килгән “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе иҫбатлай ҙа.
Бөгөн баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холында Башҡортостанда ойошторолған иң ҙур һәм социаль-ижтимағи йәһәттән әһәмиәтле бәйгегә йомғаҡ яһалып, еңеүселәр билдәләнде.
Сара “Камил айыҡ ауыл моделе” стратегик сессияһы менән башланып китте, һөйләшеүҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты, жюри ағзалары, райондарҙағы башҡорттар ҡоролтайҙары, район, ауыл советы хакимиәттәре вәкилдәре, бәйгенең әүҙемселәре ҡатнашты.
Шунда уҡ конкурста ҡатнашҡан, финалға сыҡҡан ауыл-ҡасабаларҙың тормошон һүрәтләгән, йәнә министрлыҡтарҙың, ведомстволарҙың күргәҙмәһе лә ойошторолғайны.
Бынан бер нисә йыл элек йәмәғәт ойошмалары башлап ебәргән сара ошо йылдар эсендә үҙен һөҙөмтәле, ыңғай башланғыс итеп танытты, кешеләрҙә ҡыҙыҡһыныу, дәрт-дарман, хуплау уятты. Маҡсат бер: кешеләрҙең күңелендә үҙенең, яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, аңлатыу эштәре алып барыу. “Айыҡ ауыл” конкурсы республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ҡабаттан тергеҙелде.
Былтыр иһә, Башҡортостан Хөкүмәтенең июлдәге ҡарарына ярашлы, эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген арттырыу, урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында сираттағы “Айыҡ ауыл” конкурсы августа старт алды, ул бер нисә ай дауам итте. Был юлы бәйге тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп иткән: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йәмғеһе 2114 ғариза ҡабул ителгән.
Унан тыш, 2019 йылдағы конкурсты йомғаҡлау тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбиров приз фондын ун тапҡырға арттырыу тураһында белдергәйне. Шулай итеп, бөгөн бәйге һөҙөмтәләре буйынса ауыл-ҡасабаларҙағы халыҡ иҫәбенә ҡарап, төрлө категорияларҙа 12 еңеүсе билдәләнде, беренсе урын яулағандар - бишәр миллион һум, икенселәр – өсәр, өсөнсө урындағылар икешәр миллион һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Был аҡса ауыл биләмәһен төҙөкләндереүгә, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова әйтеүенсә, быйылғы конкурс, ғөмүмән, юғары кимәлдә үткән. Унда республиканың 54 районы ла ҡатнашыуы үҙе үк мәртәбә булһа, муниципаль этапҡа сыҡҡан ауылдарҙың һаны ике меңдән ашып киткән, тип әйткәйнек.
Һәр төбәктә айыҡ һәм сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған саралар, алкоголле эсемлектәр һатҡандарға ҡаршы рейдтар ойошторолған. Халыҡ араһында алкоголле эсемлектәр, тәмәке ҡулланыуға, рекламалауға ҡаршы, спиртлы эсемлектәрҙе һәм башҡа зарарлы матдәләрҙең файҙалы яҡтары булыуы тураһындағы уйҙырмаларҙы, ҡалыптарҙы инҡар итеү йәһәтенән мәғлүмәти аңлатыу эштәре алып барылған, алкоголь, тәмәке, наркотиктар ҡоллоғона эләккән кешеләргә аныҡ ярҙам күрһәтелгән, һаулыҡ һаҡлау темаларына төрлө саралар ойошторолған. Шулай уҡ былтыр сентябрҙә, декабрҙә “Айыҡ ауыл-2020” республика конкурсына ярашлы халыҡҡа психотерапевт, нарколог, психологтарҙың һөнәри ярҙамын күрһәтеү өсөн “ҡыҙыу бәйләнеш” ойошторолдо, республика халҡы белгестәрҙән башҡорт, рус телдәрендә бушлай аноним консультациялар алды. Унан тыш, төбәк мәшғүллек үҙәктәре лә ошо бәйге нигеҙендә халыҡты эшкә урынлаштырыу йәһәтенән аныҡ эштәр башҡарҙы. Һөҙөмтәлә йөҙҙәрсә гражданға консультация үткәрелгән, тиҫтәләрсә кеше эшкә урынлаштырылған, мәғлүмәти ярҙам алған.
Сара барышында комиссия ауыл-ҡасабаларҙа йыл дауамында алып барылған эштәрҙе лә баһалаған. Төп критерийҙар – тыуым һәм үлем күрһәткестәре, иҫәптә торған ғаиләләр һаны, алкоголь һатыуҙан баш тартҡан магазиндар һәм башҡалар.
Әлбиттә, жюри ағзаларына финалға сыҡҡан 54 ауыл араһынан 12 генә еңеүсене һайлап алыу еңелдән булмағандыр, сөнки ҡатнашыусыларҙың башҡарған эштәре, сәләмәт тормошто үҙ иткән кешеләрҙең ышаныс-инаныуҙары, маҡсаттары һәм тотош ауылды берләштерерлек көс-дәртен баһалай башлаһаң, хайран ҡалырлыҡ! Арабыҙҙа шул тиклем булдыҡлы, уңған, халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге өсөн янған, сәләмәт милләт тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған дан кешеләр бик күп, шөкөр.
Конкурс еңеүселәрен тәбрикләргә республика Башлығы Радий Хәбиров килде. Һис шикһеҙ, был “Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенә иң юғары кимәлдә иғтибар бирелгәнен, уның лайыҡлы, һөҙөмтәле үткәнен билдәләй.
– Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ алкоголле эсемлектәр ҡулланмаған. Эскелек – заман күренеше, суррогат кеүек ғәмәлдәр ҙә һуңғы осорҙа барлыҡҡа килгән. Бынан бер нисә йыл элек сифатһыҙ алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары тураһында миңә ялыуҙар килә башлағас, ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә, ҡаты саралар күрергә тура килде. Хәҙер быларҙың береһе лә юҡ. Әммә эскелек мәсьәләһен көс менән генә хәл итеп булмай, кешеләрҙә сәләмәт йәшәү рәүешенә ыңғай ҡараш формалашырға тейеш. Әлеге ваҡытта йәмәғәтселектә әүҙемлек күтәрелгәнен күҙәтәбеҙ. Был проект ошо ыңғай күренеште дәртләндереүгә, кешеләрҙе берләштереүгә, йәшәү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән.
Былтырғы конкурста 464 ауыл ҡатнашҡан, быйыл иһә – ике меңдән ашыу. Ҡыҙыҡһыныу артҡаны күренеп тора. Кешеләрҙең матур, татыу йәшәгеһе килә, беҙҙең республикала бының өсөн бөтөн шарттар бар. Әлеге конкурсты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторһа ла, унда Башҡортостандың күп милләтле барлыҡ халҡы ихлас ҡатнаша, – тине Радий Фәрит улы.
Артабан төбәк Башлығы еңеүселәрҙе тәбрикләне. Шулай итеп, “Айыҡ ауыл” республика конкурсының 300-гә тиклем халыҡ йәшәгән төйәктәр өсөн “Бәләкәй ауылдар” номинацияһында беренсе урынға – Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы (5 миллион һумлыҡ сертификат), икенсе урынға – Көйөргәҙе районының Яҡут ауылы (3 миллион һум), өсөнсө урынға Благовар районының Үрге Ҡарғалы ауылы (2 миллион һум) сыҡты.
300-600 кеше йәшәгән төйәктәр өсөн “Уртаса ауылдар” номинацияһында беренсе урынға – Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылы (5 миллион һумлыҡ сертификат), икенсе урынға – Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәмәт ауылы (3 миллион һум), өсөнсө урынға Бөрйән районының Брәтәк ауылы (2 миллион һум) сыҡты.
600-1000 кеше йәшәгән төйәктәр өсөн “Ҙур ауылдар”номинацияһында беренсе урынға – Күгәрсен районының Исем ауылы (5 миллион һумлыҡ сертификат), икенсе урынға – Бөрө районының Баҡтыбай ауылы (3 миллион һум), өсөнсө урынға Әбйәлил районындағы Таштимер ауылы (2 миллион һум) сыҡты.
1000 кешенән күберәк халыҡ йәшәгән төйәктәр өсөн “Эре ауылдар”номинацияһында беренсе урынға – Учалы районының Илсе ауылы (5 миллион һумлыҡ сертификат), икенсе урынға – Өфө районының Шамонин ауылы (3 миллион һум), өсөнсө урынға Тәтешле районының Шулған ауылы (2 миллион һум) сыҡты.
Интернет селтәрендә әүҙемлек күрһәткән, бәйгене төрлө яҡлап яҡтыртып барған, республиканың төрлө төбәктәрендә йәшәгән 30 әүҙемсегә лә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Тәбрикләүҙә Рәсәй Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Алексей Вовченко ла ҡатнашты.
“Бындай конкурсты әлегәсә күргәнем юҡ ине. Оҡшаш проект Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ. Әгәр минән, демографик һәм сәләмәт тормош рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән сәйәсәт нисек тормошҡа ашырыла, тип һораһалар, мин: “Башҡортостанға килегеҙ һәм нисек эшләргә икәнлеген күрегеҙ!” – тип яуап бирәм”, - тине Алексей Вячеславович.
Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы республиканың танылған сәхнә оҫталары сығышы менән үрелеп барҙы.
Мәғлүмәт "Башҡортостан" гәзитенән алынды