Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 09:15

Яҙ

Мөнир ҠУНАФИН* * *Яҙ. Тәбиғәт уяна.Наҙ. Дәрт ҡуҙғала.Яҙ. Хистәр тыуа.Күбәләк артынан күбәләк ҡыуа.Яҙ. Һандуғас – сут-сут!Мөхәббәт.Һөйгәндәр – суп-суп!Яҙ. Тамсылар – там-там!Мөхәббәт.Һөйгәндәр – яра-там-там-там!Яҙ. Йылғалар йыр көйләй.Мөхәббәт.Ҡыҙ – айҙай. Егет – тайҙай.Яҙ. Ағастар төрөнгән бөрөгә.Мөхәббәт.Кесерткән сәскәләй күренә.Яҙ. Ҡояш. Салт аяҙ көндәре.Мөхәббәт.Айһыҙ ҙа бик яҡты төндәре...

Мөнир ҠУНАФИН
* * *
Яҙ. Тәбиғәт уяна.
Наҙ. Дәрт ҡуҙғала.
Яҙ. Хистәр тыуа.
Күбәләк артынан күбәләк ҡыуа.
Яҙ. Һандуғас – сут-сут!
Мөхәббәт.
Һөйгәндәр – суп-суп!
Яҙ. Тамсылар – там-там!
Мөхәббәт.
Һөйгәндәр – яра-там-там-там!
Яҙ. Йылғалар йыр көйләй.
Мөхәббәт.
Ҡыҙ – айҙай. Егет – тайҙай.
Яҙ. Ағастар төрөнгән бөрөгә.
Мөхәббәт.
Кесерткән сәскәләй күренә.
Яҙ. Ҡояш. Салт аяҙ көндәре.
Мөхәббәт.
Айһыҙ ҙа бик яҡты төндәре...
Читайте нас: