Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 11:40

Раят Вәлиев

* * *Яҙыусы Раят Вәлиевтың "Цех" тигән романының аҙағын "Ағиҙел" журналының май һанында уҡығыҙ. Аллы-гөллө шәл ябынған, үксәләренә хәтлем оҙон күлдәкле, йылы аҡ ойоҡтарына ялтыр галуш кейгән Зәкиә әбей бесәйҙәй йомшаҡ баҫып урам ҡапҡаһынан сығып китте.Гәүһәр тәҙрә янында тора. Өй алдындағы муйыл ботаҡтары аша ҡойолған һары япраҡтар семәрләгән тыҡрыҡ күренә. Ҡайҙа ла шыҡһыҙ еүешлек. Көҙгө ялтыр ҡояш урам күләүектәрен киптермәй инде…Төш ваҡыты ине. Ауылса ябай, әммә бөхтә йыһазлы йортта тынлыҡ хөкөм һөрә. Өҫтәлдә тимер сәғәт текелдәй. Мәктәптәге сираттағы дәрескә ике сәғәттән ашыу ваҡыт бар әле.

* * *
Аллы-гөллө шәл ябынған, үксәләренә хәтлем оҙон күлдәкле, йылы аҡ ойоҡтарына ялтыр галуш кейгән Зәкиә әбей бесәйҙәй йомшаҡ баҫып урам ҡапҡаһынан сығып китте.
Гәүһәр тәҙрә янында тора. Өй алдындағы муйыл ботаҡтары аша ҡойолған һары япраҡтар семәрләгән тыҡрыҡ күренә. Ҡайҙа ла шыҡһыҙ еүешлек. Көҙгө ялтыр ҡояш урам күләүектәрен киптермәй инде…
Төш ваҡыты ине. Ауылса ябай, әммә бөхтә йыһазлы йортта тынлыҡ хөкөм һөрә. Өҫтәлдә тимер сәғәт текелдәй. Мәктәптәге сираттағы дәрескә ике сәғәттән ашыу ваҡыт бар әле.
Уҡыуын тамамлап ҡайтҡан ҡыҙ район үҙәгендә уҡытыусы булып эшләй бөгөнгө көндә. Гәүһәрҙең унлап ҡына йортло тыуған ауылы бынан биш саҡрым самаһы арала, юл буйында тора. Алыҫ булмаһа ла, автобуста көн һайын ары-бире йөрөү биҙа, шуға ла ҡыҙ Зәкиә инәһенә фатирға төштө.
Зәкиә әбей яңғыҙы ғына көн итә ошо ялпаҡ ҡыйыҡлы, кәртә-ҡуралы йортта. Ихатаһында бер һыйыры ла, егермеләп тауыҡ-ҡаҙы бар. Ире мәрхүм, балалары иһә тыуған йорттан китеп ғаиләле-тормошло булып бөткән. Гәүһәрҙең әсәһенә ике туған апай була ул. Шуғалырмы, бик һөйөнөп керетте ул Гәүһәрҙе фатирға. Буш йорттан, яңғыҙлыҡтан ялҡҡан, буғай. Әммә осло күҙле, һынсыл аҡыллы, оҙон телле әбекәйҙең ҡайһы бер ҡылыҡтары ҡыҙҙың күңеленә ятып бөтмәйенсә, беренсе көндән үк борсоуға һалды.
– Бәй, ҡыҙым, – тине Зәкиә әбей күҙҙәрен биш тиндәй итеп, – был ҡәҙәре матурлығың, һөйкөмлөгең менән нисек һаман яңғыҙ йөрөйһөң әле?! Ҡыҙ ғүмерең уҙып бара лаһа! Шундай сәскәгә ниңә һаман бал ҡорто ҡунмаған, әстәғи!..
Билдәле, әбей кеүек яңғыҙлыҡтан ялсыҡҡандар ҡуян ҡолаҡлы, өкө күҙле, йылан теллегә әүерелә. Үҙ ултырағындағы ҡыпыш иткән хәлдәрҙе лә ишетеп, күреп, шуларҙы зиһенендә күпертеп, теленән аштырып сығарыуҙан йәм таба бит улар. Шуға ла, һыуһылыуҙай булып та ҡарт
ҡыҙлыҡҡа еткән Гәүһәрҙең хәле әбей аҡылы өсөн бик тә «татлы» емгә әүерелде. Башта, кистәрен, көтөлмәгән һорауҙар биреп аҙатты, шунан ҡыҙҙың өҙөк-йыртыҡ яуаптарынан ниндәйҙер сүп эҙләгәндәй, ҡалын ирендәрен ҡымтып, шуларҙы уйына алды. Шымсылай булып ауылда ла «еҫкәнергә», ысынлы-бушлы ләститкә лә ҡыҙығырға өлгөрҙө, әлбиттә. Тәжрибәле, сос аҡылға арлы-бирле генә ишеткәндәрен бергә ялғап, бер һығымтаға килеү ауыр булмағандыр, әлбиттә. Шуғалырмы, һуңғы ваҡытта Зәкиә әбейҙең күрәләтә әрһеҙ ҡыҙыҡһыныуы ҡороп, ҡыҙҙы борсоуы сикләнде, ниһайәт. Уның ҡарауы, үҙе хаҡында бары-юғы инәһенә билдәле булыуына иманы камил хәҙер Гәүһәрҙең.
Зәкиә әбей уға кейәү эҙләү менән мәшғүл хәҙер. Мас булған шул ниәтенә. Ул, әлбиттә, был хаҡта Гәүһәргә ләм-мим. Ояһына ташыр өсөн сысҡан һағалаған ябалаҡтай һаҡ, аҫтыртын эш итә әбекәй, әлегә. Ләкин, килер бер көн һәм ул суҡышында килтереп һаласаҡ үҙе тапҡан кейәүҙе Гәүһәрҙең алдына. Күңеленән генә шөрләгәне лә, хурланғаны ла шунда ҡыҙҙың.
Читайте нас: