Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 13:20

Имам

Бер саҡ мосолмандар башлығына Аллаһтың барлығына ышанмаған кеше килә һәм дин әһеле менән бәхәс ҡорорға теләге барлығын әйтә. Уның менән һөйләшергә имам Әбү Хәнифте саҡыралар.

Бер саҡ мосолмандар янына Аллаһтың барлығына ышанмаған кеше килә һәм дин әһеле менән бәхәс ҡорорға теләге барлығын әйтә. Уның менән һөйләшергә имам Әбү Хәнифте саҡыралар. Тәғәйенләнгән ваҡытҡа имам килмәй ҙә килмәй икән. “Минең менән бәхәс ҡорорға имам ҡурҡты”, – тип шатлана динһеҙ. Байтаҡ ваҡыттан һуң имам килә һәм үҙе менән булған хәлдәрҙе тәфсирләй: “Юлды быуып йылға ағып ята. Кәмә юҡ ине. Көтөп торғанда, дауыл сыҡты һәм ағастарҙы һындырып, бер урынға һал итеп өйҙө. Мин шул һал менән был ярға сыҡтым”.
Уны тыңлап торған динһеҙ рәхәтләнеп көлә: “Ниндәй мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләйһең, үҙенән-үҙе һал төҙөлә тиме ни?! Кем ышанһын быға?!.”
Имам былай тип яуаплай: “Бына, күрәһеңме, һин үҙенән-үҙе һал төҙөлөүгә ышанмайһың, ә шул уҡ ваҡытта, бөтә ғаләм үҙаллы барлыҡҡа килгән, тиһең”.
Читайте нас: