Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Апрель 2021, 16:00

Фирүзә АБДУЛЛИНА

Фирүзә АБДУЛЛИНАЮғары баһаКемдер һине буштан-бушҡаКүрә алмаһа,Аңлай алмай сәбәптәренХәлең ҡалмаһа,Араларҙы йүнәтергәЮҡ икән сара,Ситтән эҙләмә сәбәпте –Көҙгөгө ҡара!Бәлки, буйың зифараҡтыр?Кейемең затлы?Машинаң иномаркалыр?Өйөң өс ҡатлы?Кемдер парынан зарлана,Кемдер – эшенән,Тик үҙе ялҡау көнләшәУңған кешенән.Һөйә белмәгән көнләшәМөхәббәтленән,Йәлләү белмәгән зарланаМәрхәмәтленән....Кемдер һине ғәйепһеҙгәКүрә алмаһа,Бошонма! Был һинең өсөнЮғары баһа!

Фирүзә АБДУЛЛИНА
Юғары баһа

Кемдер һине буштан-бушҡа
Күрә алмаһа,
Аңлай алмай сәбәптәрен
Хәлең ҡалмаһа,
Араларҙы йүнәтергә
Юҡ икән сара,
Ситтән эҙләмә сәбәпте –
Көҙгөгө ҡара!
Бәлки, буйың зифараҡтыр?
Кейемең затлы?
Машинаң иномаркалыр?
Өйөң өс ҡатлы?
Кемдер парынан зарлана,
Кемдер – эшенән,
Тик үҙе ялҡау көнләшә
Уңған кешенән.
Һөйә белмәгән көнләшә
Мөхәббәтленән,
Йәлләү белмәгән зарлана
Мәрхәмәтленән.
...Кемдер һине ғәйепһеҙгә
Күрә алмаһа,
Бошонма! Был һинең өсөн
Юғары баһа!
Читайте нас: