Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 09:39

Силәбе өлкәһендә милли уйын ҡоралдарында уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәре була.

14-16 апрелдә Силәбе өлкәһендә милли уйын ҡоралдарында уйнау һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Шулай уҡ шәжәрә төҙөү тураһында лекция уҡыу ҡаралған. Проект Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында тормошҡа ашырыла. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Силәбе#Челябинск

14-16 апрелдә Силәбе өлкәһендә милли уйын ҡоралдарында уйнау һәм хореография буйынса оҫталыҡ дәрестәре була. Шулай уҡ шәжәрә төҙөү тураһында лекция уҡыу ҡаралған. Проект Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Республика халыҡ ижады үҙәге булышлығында тормошҡа ашырыла.
Өфө делегацияһы күрше төбәктең Арғаяш һәм Красноармейский райондарына бара. Башҡорт үҙәге директоры Нурия Иҡсанова һүҙҙәренсә, оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу эше халыҡтың ихтыяжын өйрәнеп, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең һәм уҡыусыларҙың әүҙемлеген иҫәпкә алып ойошторолған.
«Арғаяш районы Мәтәле ауылында йәшәүселәр башҡорт традицияларын тергеҙеүҙе хуплай. Ошо көндәрҙә улар «Ҡар һыуы» йолаһын үткәрҙе. Башҡортостан белгестәренең кәңәштәре Көньяҡ Уралдағы милләттәштәребеҙ өсөн бик фәһемле булыр ине», — тип һөйләне Нурия Иҡсанова.
Читайте нас: