Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель 2021, 11:35

ӘБҮЗӘРҙән шиғри күстәнәс

Салауат ӘБҮЗӘР* * *Был донъяла һинең кеүекБер кем белмәй минең хаҡта:Дуҫтарым да, яҡыным да,Ҡатыным да белмәй хатта. Ауыр саҡта – йылан саҡһа, –Һиңә генә таяндым мин.Һинең менән генә ҡалып,Йә өшөнөм, йә яндым мин. Һин һатманың серҙәремде,Һәм һаҡланың хистәремде.(Донъя булғас, ир ҙә илай)Тик һин күрҙең йәштәремде. ...Бөгөн тағы ғәйбәт этеЙөрәгемде өҙгөләне.Бирешмәбеҙ!.. Ҡарап торамШул кешегә – көҙгөләге...

Салауат ӘБҮЗӘР
* * *
Был донъяла һинең кеүек
Бер кем белмәй минең хаҡта:
Дуҫтарым да, яҡыным да,
Ҡатыным да белмәй хатта.
Ауыр саҡта – йылан саҡһа, –
Һиңә генә таяндым мин.
Һинең менән генә ҡалып,
Йә өшөнөм, йә яндым мин.
Һин һатманың серҙәремде,
Һәм һаҡланың хистәремде.
(Донъя булғас, ир ҙә илай)
Тик һин күрҙең йәштәремде.
...Бөгөн тағы ғәйбәт эте
Йөрәгемде өҙгөләне.
Бирешмәбеҙ!.. Ҡарап торам
Шул кешегә – көҙгөләге...
Читайте нас: