Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 15:10

Әхмәр ҮТӘБАЙ

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙТЫУМАҪ БОРОН ҠАРТАЙЫУСЫ САБЫЙҘАРОптимизмдың мәғлүмәт етешмәүе һөҙөмтәһе лә икәнлеге хаҡында бер күҙәтеүемдә яҙып үткәйнем. Ысынлап та, теге йәки был күренеш, ваҡиға хаҡында тулы мәғлүмәткә эйә булмаған кеше "барыһы ла яҡшы", тип уйлайҙыр. Ни генә тиһәк тә: белмәгәндең беләге тыныс.

ТЫУМАҪ БОРОН ҠАРТАЙЫУСЫ САБЫЙҘАР
Оптимизмдың мәғлүмәт етешмәүе һөҙөмтәһе лә икәнлеге хаҡында бер күҙәтеүемдә яҙып үткәйнем. Ысынлап та, теге йәки был күренеш, ваҡиға хаҡында тулы мәғлүмәткә эйә булмаған кеше "барыһы ла яҡшы", тип уйлайҙыр. Ни генә тиһәк тә: белмәгәндең беләге тыныс. Яңыраҡ Иосиф Бродскийҙың шуға оҡшаш яҙмаһына юлыҡтым: "...үҙ тәжрибәмдән беләм, һинең мейең ни тиклем аҙыраҡ мәғлүмәт ала, күҙ алдына килтереү (фантазия, тиергә лә була) һәләтең көслөрәк эшләй".
Күп мәғлүмәткә эйә булыуҙы Грибоедов "Аҡыллылыҡ бәләһе" тип атаһа, башҡорт халыҡ әйтеме "Күп белһәң, тиҙ ҡартайырһың", ти. Һуңғы йылдарҙа электрон мәғлүмәт саралары үҫешкән ваҡытта беҙ баш мейебеҙгә, зиһенебеҙгә, йөрәгебеҙгә биниһая мәғлүмәтте тыңҡыслап тултырып, хәтеребеҙҙең юйыла барғанын да тоябыҙ. Хәтер төпһөҙ һандыҡ түгел, унда ингән мәғлүмәт элек булғандарын ҡыҫырыҡлап сығарыу иҫәбенә тулылана. Бара-бара тарихи хәтеребеҙ бөтөнләй юйылмаҫ тимә.
Хәтер юйылыуы, тарҡалыуы кешенең ҡартайыу билгеһе лә булып тора. Хәҙерге заманда ҡайһы ғына йортҡа инмә, унда планшеттарын "һыйпап" ултырыусы үҫмерҙәрҙе, балаларҙы, хатта сабыйҙарҙы күрәбеҙ. Тыумаҫ борон ҡартайып ултырыусы сабыйҙар!
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
412-се күҙәтеү.
Читайте нас: