Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 10:32

Өфөлә танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй

Өфөлә танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына. Әле артист ошо йәһәттән ҙур концерт программаһы әҙерләй. «Ҡумыҙ сере» концерты 17 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Зайнетдинов#Мәҙәниәт

Өфөлә танылған ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләргә йыйына. Әле артист ошо йәһәттән ҙур концерт программаһы әҙерләй. «Ҡумыҙ сере» концерты 17 апрелдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында була.
Программала артистың 30 йылдан ашыу ижад итеү осоронда башҡарған иң яҡшы ҡумыҙ моңдары яңғырай. Уның репертуарында башҡорт көйҙәре һәм үҙе ижад иткән әҫәрҙәр бик күп. Әйтеүенсә, уға тыуған төйәгенең тәбиғәте – ҡоштар һайрауы, йылға шауы, ел иҫеүе илһам бирә.
Артисты ҡотларға ижадташтары килә. Концертта Башҡортостандың һәм Татарстандың сәнғәт оҫталары сығыш яһай, улар араһында Zainetdin этно-проекты, Илнур Хәйруллин, Искәндәр Ғәзизов, Рәфис Сирусин, Илшат Яхин, Гүзәл Үмәрғәлина, «Аманат» бейеү ансамбле бар. Шулай уҡ концерт программаһында республика райондарынан иң яҡшы ҡумыҙсылар коллективтары ҡатнаша.
Зәйнетдиновтарҙың ғаилә ансамбленең сығышы ҡыҙыҡлы булырға вәғәҙәләй. Ансамблдең составында – ҡатыны Гөлгөнә, улы Азамат, ҡыҙҙары Ләйсән, Илүзә.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов – Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы.
Читайте нас: