Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 10:40

Дамир Шәрәфетдинов

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВКитә дуҫтарШағир дуҫым Рәмил Йәнбәккә Китә дуҫтар. Китә алыпҮҙе менән берәм-берәмФани донъя ваҡлыҡтарын.

Дамир ШӘРӘФЕТДИНОВ
Китә дуҫтар
Шағир дуҫым Рәмил Йәнбәккә
Китә дуҫтар. Китә алып
Үҙе менән берәм-берәм
Фани донъя ваҡлыҡтарын.
Һаранланып ҡына бирәм.
Тағы ниҙәр беҙҙән ала
Улар унда – әйтеү ҡыйын
Шул тарафҡа бара-бара
Бындағының ғәмен, уйын.
Йәшәүебеҙ гөрләй һымаҡ,
Улар һаман китә тора.
Һылтау оло: бында ҡунаҡ,
Төп йорт унда ҡәлғә ҡора!
Китә дуҫтар. Ҡалып торам.
Сәбәптәр юҡ сират йыртыр.
Ваҡыт бында елеп уҙған –
Унда мине сабыр көтөр.
Көтә бир, дуҫ. Ерҙә әле
Һин тип мин янаһы бар.
Ә йөрәктә һиңә бәйле
Сымдар һаман сыңлар, һыҙлар…
Читайте нас: