Өфөлә быйыл 16 меңдән ашыу кеше берҙәм дәүләт имтиханында һәм дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнаша. Уларҙың 10 430-ы — туғыҙынсылар, 5 089-ы — ун беренселәр, 591-е — уҙған йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар. Баш ҡаланың мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова һүҙҙәренсә, 11-се класс уҡыусыларының күбеһе профилле математиканы һайлаған (66,1%).
«Шулай уҡ сығарылыш уҡыусылары йәмғиәтте өйрәнеүгә (38,2%), информатикаға (28,1%) һәм физикаға (24,7%) өҫтөнлөк бирә. Туғыҙынсыларҙың һайлаған фәндәре ун беренселәрҙән бер ни тиклем айырыла. Беренсе урында – йәмғиәтте өйрәнеү. Артабан информатика, география, физика килә», — тине Елена Хаффазова.
Өфөлә берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә – 37, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы өсөн иһә 61 пункт ойошторола.
Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, быйыл йомғаҡлау аттестацияһын ваҡытынан алда тапшырмайҙар. Туғыҙынсы кластарға дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына инеү өсөн рус теленән йомғаҡлау әңгәмәһе ойошторола.
«Быйыл туғыҙынсылар ике мотлаҡ фәндән: рус теленән һәм математиканан ғына һынау тота. Шулай уҡ үҙе һайлаған фәндән контроль эш яҙырға тейеш. Ун беренсе кластар апрель-майҙа йомғаҡлау иншаһы йәки изложение яҙа, уның һөҙөмтәһе буйынса берҙәм дәүләт имтиханына индерелә», — тине мәғариф идаралығы етәксеһе ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә.
Юғары уҡыу йортона инергә йыйынмаған ун беренселәр 25-28 майҙа имтихан бирә. Ҡалғандары берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра. База кимәлендәге математика буйынса имтихан үткәрелмәй.
Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыуҙың аныҡ датаһы әлегә раҫланмаған.
Фото һәм мәғлүмәт Башинформдың рәсми сайтынан алынды.