Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель 2021, 10:20

Аҡ шаҡмаҡ

Салауат ӘБҮЗӘРАҠ ШАҠМАҠ Малевичтың "Ҡара квадрат"ын ҡарағас. Алдымда ятҡан аҡ шаҡмаҡ Мәңгелектең әллә ишегеме?

АҠ ШАҠМАҠ

Малевичтың "Ҡара квадрат"ын ҡарағас.

Алдымда ятҡан аҡ шаҡмаҡ
Мәңгелектең әллә ишегеме?
Әллә бар ғаләмгә өмөт һирпеп,
Яңы тыуған сабый бишегеме?

Ошо аҡлыҡ шәм осонда тертләй,
Ҡояш итеп күрәм был аҡлыҡты.
Йә уйнай ул сабый ҡарашында,
Йә сал керпектәге нур аҡтыҡҡы.

Бында ғүмер башы һәм аҙағы,
Биләү менән кәфен төҫө бында.
Һүнеп барған донъя иңрәүе был,
Дөрләп китер донъя көсө бында...
Читайте нас: