Ағиҙел
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 13:22

Башҡортостан Башлығы: «Сода»ны контролдә тотоу хоҡуғын тапшырыу – Путиндың бүләге түгел»

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Владимир Путиндың «Башҡортостан сода компанияһы»н контролдә тотоу хоҡуғын Башҡортостанға тапшырыу тураһында ҡарарын президенттың бүләге түгел, ә ҙур ышаныс һәс яуаплылыҡ билдәһе тип атаны. #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#РадийХәбиров#Сода#НацПроекты

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Владимир Путиндың «Башҡортостан сода компанияһы»н контролдә тотоу хоҡуғын Башҡортостанға тапшырыу тураһында ҡарарын президенттың бүләге түгел, ә ҙур ышаныс һәс яуаплылыҡ билдәһе тип атаны.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 31 мартта Владимир Путин «Башҡортостан сода компанияһы» йәмғиәте акцияларының 38,3% – республика милкенә, шулай уҡ 11,7% плюс бер акцияны ышаныслы идараға тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Шулай итеп, республика предприятиены контролдә тотоу хоҡуғын алды, ул уның үҫеше менән идара итергә тейеш.
«Икенсе көндө мин «Сода»ның хеҙмәт коллективына барҙым, ҡайһы берәүҙәр ошо ваҡиғаны яңылыш аңлай башланы тип әйтәм алам. Был Рәсәй президентының бүләге түгел. Быны ҙур яуаплылыҡ һәм президенттың ышанысы тип баһаларға тейешбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән предприятиеның хәле өсөн яуаплыбыҙ. Бында, әлбиттә, ныҡлап эшләргә кәрәк», — тип белдерҙе Радий Хәбиров дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, «Сода»ның проблемалары хаҡында барыһы ла белә. Шул уҡ ваҡытта ул Башҡортостандың дәүмәле буйынса дүртенсе предприятиеһы.
«Шуға күрә иҡтисадыбыҙға был артабан үҫешеү өсөн һәйбәт этәргес булыр тип уйлайым», — тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.
Читайте нас в