Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 11:14

ҮҘ АСЫЛЫҒЫҘҒА ҠАЙТЫҒЫҘ!

– Йәдкәр Әхәт улы, ХIХ быуатта йәшәгән башҡорт ғалимдары Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди үҙенең “Тәуарихи-Болғария” ҡулъяҙмаһында, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Йәдкәр” йыйынтығында Әйле ырыуынан Ҡол Ғәли шәжәрәһен яҙып ҡалдыра. Шул саҡтан алып башҡорт халҡының мәшһүр шағиры, үҙ заманының күренекле вәкиле, дин әһеле, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәт Ҡол Ғәли хаҡында үҙ ғалимдарыбыҙ тарафынан ошоғаса ни өсөн махсус хеҙмәт, китап яҙылманы икән? Бындай битарафлыҡты нисек аңлатырға мөмкин тип уйлайһығыҙ? #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#Әңгәмә#ЙәдкәрБәширов

– Йәдкәр Әхәт улы, ХIХ быуатта йәшәгән башҡорт ғалимдары Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди үҙенең “Тәуарихи-Болғария” ҡулъяҙмаһында, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев “Йәдкәр” йыйынтығында Әйле ырыуынан Ҡол Ғәли шәжәрәһен яҙып ҡалдыра. Шул саҡтан алып башҡорт халҡының мәшһүр шағиры, үҙ заманының күренекле вәкиле, дин әһеле, дәүләт эшмәкәре Мөхәмәт Ҡол Ғәли хаҡында үҙ ғалимдарыбыҙ тарафынан ошоғаса ни өсөн махсус хеҙмәт, китап яҙылманы икән? Бындай битарафлыҡты нисек аңлатырға мөмкин тип уйлайһығыҙ?
– Был хәлде битарафлыҡҡа ғына һылтау, бәлки, дөрөҫлөккә тап килеп тә бөтмәҫ. Сәбәптәре лә берәү генә түгелдер, тип уйлайым. Башҡорт Бахши Имандың (Иманай) яҙып ҡалдырған Ғәзи Барадждың “Йәғфәр тарихы” (1229 – 1246) һәм башҡа ҡомартҡылар башҡорт халҡының боронғо тарихына ҡағылышлы байтаҡ мәғлүмәт һаҡлаған. Ғ. Ниғмәтуллин исемле әһел Х1Х быуат аҙағында Ҡазан губернияһынан Себергә һөргөнгә ебәрелә. Ул үҙе менән бығаса йәшерелеп тотолған ҡулъяҙмаларҙы ла алып китә. 1966 йылға тиклем был ҡулъяҙмалар шулай йәшерелеп тотола. 1990 йылдарҙа төрөк, украин ғалимдары яҙмаларҙағы ҡайһы бер мәғлүмәттәргә фән донъяһында юл аса, ә инде 1993 йылда Ырымбур ҡалаһында ҡулъяҙмаларҙы баҫыуға әҙерлек башлана.
Бөгөн көн күргән “Йәғфәр тарихы”нда мәғлүмәттәр эҙмә-эҙлекле түгел, бик буталсыҡ итеп тасуирланған. Күсереп яҙыусылар эшеме был, әллә махсус башҡарылғанмы? Шуға ла был хеҙмәтте бер-ике генә уҡыу етмәй, ҡулға ҡәләм тотоп, күп тапҡыр өйрәнеү зарур. Шулай эшләгәндә генә авторҙың ни әйтергә теләүен, ниҙәр, ҡасан булыуы хаҡында ҡиммәтле мәғлүмәттәр теҙмәһен өйрәнеп һығымтаға киләһең, Башҡорт халҡының урта быуат тарихы үҫешен эҙмә-эҙлекле күҙаллау тыуа.
Бахши Иман Бөйөк Башҡорт илен “Держава” тип яҙа һәм был хеҙмәт тик башҡорт халҡының үткәне, тарихы хаҡында. Өҫтәүенә, халҡыбыҙҙың тарихына, Башҡорт ханға, Ҡол Ғәлигә ҡағылышлы ҡиммәтле байтаҡ мәғлүмәттәр оҙаҡ йылдар ете ҡат йоҙаҡ аҫтында тотола.
– Һеҙҙә Ҡол Ғәли шәхесенә иғтибар нисек барлыҡҡа килде, бығаса тарихсыларға билдәле булмаған ниндәй тарихи факттар, сығанаҡтарға нисек юлыҡтығыҙ?
– Ялсығол әл-Башҡорди һәм Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев яҙып ҡалдырған Ҡол Ғәли шәжәрәләрен, шағирҙың башҡорттоң Әйле ырыуынан икәнде күптән белә инем. М. Өмөтбаев төҙөгән шәжәрә тәрәнерәк, тип әйтер инем. Ә инде Бахши Иман ҡалдырған ҡомартҡы менән танышыу башҡорт әҙәбиәтенең был бөйөк шағирын төрлө яҡлап асырға мөмкинлек бирҙе. Шағирҙың Йософ ҡиссаһын Алабуға ҡалаһында төрмәлә ултырғанда яҙа башлауы, исеменә “Ҡол” атамаһын ҡушыуы, ул йәшәгән заманда Үҫәргән ырыуҙары менән бәйле ҡанғлыларҙың Туран иле иҫән булып, халыҡ туран календарын ҡулланыуы, быуаттың 60 йылдан торғаны – бындай асыштарым етерлек булды. Ҡол Ғәлиҙең тормош юлы ғына түгел, уның төньяҡҡа сәйәхәттәре һәм ул яҙып ҡалдырған атамалар, тәбиғәт күренештәре... Урта Азияла уҡыуҙары, нисә тапҡыр хажға барыуҙары...
Яҡын ара түгел бит, атта, дөйәлә, кәмәлә. 1242 йылда Ҡол Ғәли “Хон” китабында Туран иленең дауамсыһы Ете ил хаҡында, боронғо башҡорттар тураһында хеҙмәтен яҙа башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тамамлай алмай. Державаның башлығы итеп һайланғас, Ҡол Ғәли монгол-татарҙарға ҡаршы торорға өндәп фарман яҙа. Ғәжәйеп алдынғы ҡарашлы, ғәҙел кеше булғанлығы ла һоҡландырҙы Ҡол Ғәлиҙең.
– Быға тиклем һеҙ яҙған “Бөйөк Башҡорт иле”, “Башҡорт хан” һәм башҡа китаптарығыҙ башҡорт йәмәғәтселеге тарафынан бик йылы, көтөлмәгән шатлыҡлы хәл булып ҡабул ителде, төрлө даирәләрҙә хатта ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр ҙә тыуҙырҙы. Һеҙ был йәһәттән тарихи фекерҙе ҡуҙғатып ебәрә алдығыҙ һәм маҡсатығыҙға өлгәштегеҙ. Иншалла, киләсәктә был китаптарығыҙға таянып тағы ла ғилми хеҙмәттәр яҙыласаҡ. Нисек уйлайһығыҙ, Башҡорт хан, Ҡол Ғәли кеүек тарихи шәхестәребеҙҙе күтәреүҙең хәҙерге көн күҙлегенән әһәмиәте нимәлә?
– Йософ ҡиссаһы инде нисә быуатттар дауамында халыҡ теленән төшкәне юҡ. Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ауылда инәйҙәр, апайҙар был әҫәрҙе йотлоғоп тыңлағаны хәтерҙә. Ябай халыҡҡа уны кем, ҡасан ижад иткәне мөһим түгел. Ул уны телдән телгә, быуындан быуынға тапшыра барған. Илебеҙҙең ҡайһы ғына өлкәһенән табылмаған уның
нөсхәләре! Әҫәр был өлкәләрҙә башҡорттар йәшәгәнен тағы бер иҫбатлай бит. Әммә М. Өмөтбаев, Аҡмулла, М. Ғафури, Ш. Бабич кеүек зыялыларыбыҙ ошо әҫәр тәьҫиренән рухланмаған тип тә әйтеп булмай. Әгәр ҙә әҫәр халыҡ хәтерендә быуаттар дауамында йәшәп килә икән, ул халыҡтың рухи бер терәгенә әйләнә, ул иғтибарға, данлауға лайыҡ. Уны ижад иткән Ҡол Ғәли, Башҡорт хан бабайыбыҙҙың замандашы, уҡыусыһы – халҡыбыҙҙың шанлы тарихының шаһиты, киләсәк быуындарға ҡеүәт биреүсе бер шәхес. Үҙенең арҙаҡлы шәхестәрен данлау, уларға һоҡлана белеү, уларҙан үрнәк алыу – халҡыбыҙҙың иң гүзәл сифаттарының береһе бит. Шуға ла башҡорт әҙәбиәте дәреслектәрендә Ҡол Ғәли лайыҡлы урын алырына ышанам, боронғонан билдәле арҙаҡлыларыбыҙҙы өйрәнеү, йәш быуынға еткереү халҡыбыҙҙың рухын нығытыр ғына тип уйлайым.
– ”Башҡорт хан”, “Бөйөк Башҡорт иле” тигән хеҙмәттәрегеҙҙе уҡығандан һуң үҙебеҙҙең халыҡ тарихына ғына түгел, урыҫ батшалығы һәм беҙгә күршеләш булған башҡа халыҡтар тарихына ла яңыса ҡараш барлыҡҡа килә. Был да юҡҡа түгел: урта быуаттарҙа, унан да алдағы дәүерҙә халҡыбыҙ тарихи аренала үҙәк урындарҙы биләгән. Миҫалға Көңгөр, Арбат атамаларының килеп сығыуын ғына алайыҡ. Башҡорт хан дәүерендә урыҫ кенәзлегенә кенәз булып кемдең һайланыу мәсьәләһен Башҡорт хан хәл иткән. Ошоға оҡшаш тағы ла ниндәй яңы дәлилдәр килтерә алыр инегеҙ?
– Мин хеҙмәттәремдә урта быуаттарҙа башҡорт халҡының Евразияла тотҡан урынын, дәүләтселеген, башҡа илдәр, халыҡтар менән бәйләнешен күрһәтерға, дәлилләргә тырыштым. Тикшеренеүҙәрем был халыҡтың ни тиклем тыныслыҡ, именлек яҡлы икәнлеген асыҡланы. Тик уның иркенә, еренә генә оронмаһындар. Шуғалыр, тим, дипломатик оҫталыҡтары ла үҫешкән. Улар үҙ биләмәләренә Урта Иҙелдән (Волга) күсә килгән болғарҙарҙы ла, хазарҙарҙы ла һыйҙырған. (Бындай миҫалдар һуңғы быуаттарҙа ла аҙ түгел). Заманында башҡорт хандары Башҡорт, Боняк, Ҡонашаҡтар рус кенәзлектәре менән ярашып, ярҙамлашып, уларҙы берләштереп йәшәгән, татар-монголдар баҫып ингәс, улар менән килешеүҙәр төҙөгән, ә инде Джучи хан ул саҡтағы башҡорт ханы Ғабдулла менән яҡын дуҫ булған, шуның өсөн дә Сыңғыҙ хан тарафынан юҡ ителгән, 1957 йылда Уҫал Иван, 1919, 1990 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы
менән төҙөлгән килешеүҙәр – былар башҡорт халҡының быуаттар дауамында үҫешкән, нығынған тәжрибәһе емеше, тип әйтер инем.
– Быйыл апрель айында Рәсәй Федерацияһында халыҡтың иҫәбен алыу сараһы уҙасаҡ. Олоғайған көнөгөҙҙә генә үҙегеҙҙең милли тамырҙарығыҙҙы юллап, асылығыҙға ҡайтҡан кеше булараҡ, һаман да аҙашып йөрөүселәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Үҙ ырыуыңды белеү, таныу хаҡында Ҡөрьәнебеҙҙә лә яҙылған. Туған-туғанлыҡ сифаттары ла алдынғы урында. Мин урыҫ мәктәбендә уҡый башлап, татар мәктәбен тамамланым. Күберәк башҡорт егеттәре менән дуҫлаштым, башҡорт ҡурайын, моңон тыңлап үҫтем бит инде. Башҡорт ҡыҙына өйләндем. Шул уҡ ваҡытта документтарымда “татар” тип яҙылғас, күңелем тыныс булманы, миндә ике кеше йәшәгән кеүек ине, тамырҙарым Ҡазандалыр тип тә икеләнә инем. “Мин – кем?” тигән һорауға яуап биреү өсөн татар тарихын өйрәндем. Унда яуап таба алмағас, башҡорт халҡыныҡын өйрәнә башланым. Эҙләнеүҙәрем аша тамырҙарымдың Минзәлә башҡорттарына барып тоташыуын дәлилләгән документтарға тап булдым. Шулай, тамырҙарымды табып, үҙ асылыма ҡайттым, күңелем тынысланды. Күптәргә ошо хәләтемде теләр инем.
– Күп кенә милләттәштәребеҙ шәжәрәләрен юллап, үҙенең башҡорт тамырлы булыуына инанған хәлдә лә, быны танырға теләмәй – быны нисек аңларға була тип уйлайһығыҙ?
– Үҙ нәҫеленән айырып, яңы кеше яһау миссияһын алға һөрөү бер генә быуынды ла уңышҡа өлгәштерә алмай. Мине, атай-әсәйем башҡорт була тороп, “татар” тип кем яҙҙырғанын тикшереп торманым, беҙҙең дәүерҙә ундай-бындай шиктәр ҙә тыуманы, йәшлек вайымһыҙлығы ла булғандыр. Тик барыбер ниндәйҙер тәрәнлектә шул шик ҡуҙҙай ҡыбырҙап ята ине бит ул. Ә инде тамырҙарымдың башҡорт икәнен асыҡлағас, күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, нисек ҡапыл ғына милләтеңде үҙгәртәһең? Ул еңелдән бирелмәй. Күңелдә “тирмән” эшләй башлай. Ярай мин – бындай хәләттәге беренсе генә быуын. Икенсе быуын булһам, өсөнсө?! Көслө рухлы, алға ҡарап фекер йөрөтөүсе, балаларының хәләтен күҙаллаусы кеше үҙ асылына әллә ни көсөргәнешһеҙ ҡайта алыр, тип уйлайым. Был осраҡта халыҡты асылынан яҙҙырып, яңы халыҡ яһауҙың сәйәсәт икәнен аңлау, башҡорт халҡының тарихын төптән өйрәнеү ҙә ярҙам итер ине. .
– Әлеге ваҡытта ниндәй хеҙмәт яҙаһағыҙ?
– Башҡорт халҡының тарихын өйрәнеү минең өсөн яңы донъя асыу менән бер булды. Йөҙәрләгән ғилми, тарихи сығанаҡтар менән таныштым, өйрәндем. Шулар араһында халҡыбыҙҙың боронғолоғона ишаралаған мәғлүмәттәрҙе осраттым. Уларға Ҡол Ғәлиҙең “Хон китабы” конспектында ла тап булдым. Был әҫәр ХIII быуатта яҙыла башлаған бит! Хондар – боронғо башҡорттар. Халыҡ туҡтауһыҙ хәрәкәттә булған кеүек, уның атамалары ла төрлө сәбәптәр менән үҙгәреп тора. “Хон-именлеләрҙе кимерҙәр тип йөрөткәндәр”, тип яҙа Ҡол Ғәли. Был башҡорттарҙың боронғо атамаларының береһе. Ғөмүмән, күп һанлы ырыуҙарҙы берләштергән башҡорт халҡының атамалары ғына түгел, хатта төҫ-фиғелдәре төрлө булһа ла, уларҙың телдәре, ер-һыуҙары, тормоштағы маҡсаттары, күп кенә сифаттары бер. Ошо берҙәм халыҡтың боронғонан башлап бөгөнгө көнгә тиклемге берәгәй, шанлы тарихын бигерәк тә хәҙерге быуын вәкилдәренә еткерәһем килә. Әлеге көндә “Боронғо башҡорттар” китабы өҫтөндә эшләйем. Оҙаҡламай донъя күрер тип өмөтләнәм.
– Әңгәмәгеҙ өсөн оло рәхмәт, Йәдкәр Әхәт улы!
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
Читайте нас: