Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Апрель 2021, 10:33

ҠАРА НӨКТӘ

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙҠАРА НӨКТӘБер уҡытыусы аҡ ҡағыҙҙың уртаһына ҡара нөктә төртөп, уҡыусыларына күрһәтеп, нимә күреүҙәрен һорашҡан, имеш. Унда барыһы ла ҡара нөктәне генә күргән, тик бер уҡыусы ғына аҡ ҡағыҙҙы күргән дә, уныһы ла күҙлеген өйөндә онотоп ҡалдырған, ти.

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ
ҠАРА НӨКТӘ

Бер уҡытыусы аҡ ҡағыҙҙың уртаһына ҡара нөктә төртөп, уҡыусыларына күрһәтеп, нимә күреүҙәрен һорашҡан, имеш. Унда барыһы ла ҡара нөктәне генә күргән, тик бер уҡыусы ғына аҡ ҡағыҙҙы күргән дә, уныһы ла күҙлеген өйөндә онотоп ҡалдырған, ти. Кеше иғтибары шулай ҡоролған шул: һәр ваҡыт негатив ҡына күҙгә салына. Күк йөҙөнә баҡҡанда ла, беҙ зәңгәр сикһеҙлекте түгел, бәләкәй генә болот остоғон шәйләйбеҙ. Буранбай Исҡужиндың бер ҡыҙыҡ шығыры иҫкә төшә:
Ниндәй рәхәт күҙлек ватылһа,
Күренә тик ҙурҙар, матурҙар,
Ҡыуаныстын йөҙө йылтырҙар.
Тик салынмай күҙгә уртасылдар,
Бөршәйешеп бөткән бахырҙар.
Шулай итеп, нимә һуң ул ҡара нөктә? Уға төрлө аңлатмалар бирергә булалыр. Гөлнара Хәлфитдинованың "Ағиҙел"дең 3-сө һанындағы "Ҡара нөктә" поэмаһын уҡыһағыҙ, ҡара нөктәнең тағы ла әллә ни саҡлы аңлатмаларын табырһығыҙ.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
417-се күҙәтеү.
Читайте нас: