Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Апрель 2021, 18:56

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында «дуҫлыҡ бейеүе» концерты үтәсәк

4 апрелдә «Беҙ бергә» проекты сиктәрендә «Донбасс» дәүләт атҡаҙанған йыр һәм бейеүҙәр академия ансамбле менән берлектә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ. «Донбасс» Атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле Донецк халыҡ республикаһының үҙенсәлекле визит карточкаһы булып тора (Генераль директоры һәм художество етәксеһе Ольга Гончарова). #Ағиҙел#АғиҙелЖурналы#Яңылыҡтар#БеҙБергә#ДуҫлыҡБейеүе

4 апрелдә «Беҙ бергә» проекты сиктәрендә «Донбасс» дәүләт атҡаҙанған йыр һәм бейеүҙәр академия ансамбле менән берлектә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаясаҡ.
«Донбасс» Атҡаҙанған дәүләт академия йыр һәм бейеү ансамбле Донецк халыҡ республикаһының үҙенсәлекле визит карточкаһы булып тора (Генераль директоры һәм художество етәксеһе Ольга Гончарова).
Коллектив уның репертуарында төрлө халыҡтар бейеүҙәре булыуы менән данлыҡлы.
Билдәле булыуынса республикала 80-ҙән ашыу милләт вәкиле йәшәй.
«Донбасс» ансамбле үҙ крайының музыкаль-хореография мәҙәниәтен иң яҡшы һаҡсы өлгөһө булып тора.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Башҡортостан Республикаһының профессиональ халыҡ бейеүҙәре ансамбле.
«Башҡорт профессиональ хореография сәнғәте һәм юғары башҡарыу оҫталығы үҫешенә ҙур өлөш индереү һәм пропагандалау өсөн» Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһын алыусы берҙән-бер коллектив.
1988 йылда халыҡ бейеүҙәре ансамбленә — Фәйзи Ғәскәров, 1996 йылда Академия исеме бирелә. Ғәскәровсылар башҡорт мәҙәниәтен, Башҡортостанды бөтә донъяға таныта. Һуңғы йылдарҙа ғына халыҡ бейеүҙәре ансамбле Францияла, Италияла, Швейцарияла, Германияла, Төркиәлә, Бөйөк Британияла, Көньяҡ-Көнсығыш Азия илдәрендә гастролдәрҙә булды. Данлы коллектив федераль кимәлдәге мәҙәни сараларҙа, төбәк мәҙәни программаларында даими ҡатнаша.
Бөгөнгө көндә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле — Рәсәй профессиональ бейеү сәнғәте лидерҙарының береһе.
Читайте нас: