Тиҙҙән Һеҙҙең иғтибарға яңы повесты тәҡдим итергә уйлайым. Был әҫәрҙә минең күҙ алдымда үткән яҙмыштар һынлана. Ул ваҡиғаларҙы мин башта пьеса итеп яҙғайным, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры “Ғүмерлек ғазап” исеме менән сәхнәләштерҙе. Шулай ҙа пьесаға һыйып бөтмәгән хәл-ваҡиғаларҙы проза жанры аша еткерергә булдым.
– Ҡороғор!.. Ләғнәт төшкөрө нәмә булды лаһа!.. – Ҡош-ҡортон ҡараштырып йөрөгән Ғәлиә ҡапҡанан ингән хәрби кейемдәге кешене күреп, сырамытырға теләгәндәй, күҙҙәрен ҡыҫа биреп уға текләне.
– Һаумыһығыҙ, апай! – тине хәрби, йөҙөнә йылмайыу һыҙаттары сығарып.
– Арыубыҙ әле, улым. Аллаға шөкөр!
Бер ҙә таныш кешегә оҡшамағансы. Кем булды һуң әле был?
– Апай, Сәлмән Шәйхетдинович ошо йортта йәшәй тигәйнеләр...
– Ул ни... – Ғәлиә өй ишегенә күҙ һирпеп алды. – Үҙең кем булаһың һуң, туғанҡайым? Беҙҙең яҡ кешеһе тиһәм...
– Военкоматтан мин. Лейтенант Таһиров. Миңә Сәлмән Шәйхетдинович кәрәк ине. Өйҙәлер бит?
– Вайынкомдан?! – Ғәлиә ниндәйҙер шомло хәбәр ишеткәндәй, сырайын һытты. – Эй, илаһым! Ошосор төшөм буталып бер була ине... Йә, хоҙай, үҙең арала!..
Нимәгәлер бошоноп һөйләнгән ҡатынды аңламаны лейтенант.
– Ә-ә, юҡ, юҡ... Анау, күршеләрҙең этен әйтәм... Ҡороғор! Ҡош-ҡортҡа ем ҡуйыр аҡыл юҡ, килеп ашай ҙа китә, ашай ҙа китә... Ғөтдәһен ашағыр! Нимә тип бәйләп ҡуймайҙар шуны...
Ауыл артында ғына йәйрәп ултырған текә ҡаянан күҙәрен алмаған лейтенант баш сайҡап ҡуйҙы. Байтаҡ ер гиҙергә, күпме тау-таштарға һоҡланып торорға тура килде уға, ләкин бындай ҡаяны беренсе тапҡыр күреүе, буғай. Донъяның аяуһыҙ ел-дауылдары тәрән һырҙар һалған ҡая йөҙөнән ниндәйҙер баш бирмәҫ ғорурлыҡ, хатта ҡырыҫлыҡ бөркөлгәндәй.
Ғәлиә ҡапыл өтәләнергә кереште.
– Аһ, аһ!.. Эй, баш!.. Нишләп һине һүҙгә әүрәтеп торам әле. Ҡана, самауыр ҡуя һалайым...
– Рәхмәт, апай! Мин оҙаҡҡа түгел, машина көтә. Сәлмән Шәйхетдиновичты күрәм дә…
Ғәлиәнең йөрәген шом биләне, өмөт ҡатыш ғазап шәүләһе яғылған күҙҙәрен хәрбигә төбәне.
– Бер-бер хәл булдымы әллә, балаҡай?
– Бер ни ҙә юҡ. Уның менән һөйләшергә кәрәк. Шул ғына, – тине лейтенант, ниңәлер сабырлығын юя барған апайҙы тынысландырырға теләп.
– Эй, хоҙайым! Башын ашайҙар инде…
Ғәлиә терт итеп ҡалғандай булды:
– Ә?! Cәлмәнде әйтәм... Башы ауыртып тора ине, тим... Әллә бимазалап тормайһыңмы, туғаным?
– Борсолмағыҙ, йонсотмам уны. Ҡайһы бер нәмәләрҙе асыҡлап, яҙып алырға ине, – тип лейтенант ҡулындағы папкаһын һелкеп ҡуйҙы.
– Яҙып алырға?!. – Был хәбәр Ғәлиә йәшен һуҡҡандай тәьҫир итте. – Бөтмәҫ яҙыу булды... Элек теңкәне ҡороттолар... Тағы ниндәй ғәйеп таптылар икән?!.