Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Апрель 2021, 07:00

Рәсим

Рәсим Рәхмәтуллин (Рәсим Шәфи-Рәхмәт) таланттарға бай Ауырғазы районының Солтанморат ауылы егете. “Июль” тип аталған тәүге китабы менән уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған бәхетле шағирҙарҙың береһе ул. Артабан “Тәүге туҡталыш”, “Төймәләр дәүере”, “Гөлдәр кешеләргә оҡшаш” тигән йыйынтыҡтары донъя күрҙе.Ул – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТШахмат таҡтаһында(Мәңгелек тема)Бында – хәйлә, бында – мәкер,Бында һис тынмай алыш.Таҡтанан осоп төшәһең,Әгәр ҙә баҫһаң яңлыш.

Рәсим Рәхмәтуллин (Рәсим Шәфи-Рәхмәт) таланттарға бай Ауырғазы районының Солтанморат ауылы егете. “Июль” тип аталған тәүге китабы менән уҡыусыларҙың һөйөүен яулаған бәхетле шағирҙарҙың береһе ул. Артабан “Тәүге туҡталыш”, “Төймәләр дәүере”, “Гөлдәр кешеләргә оҡшаш” тигән йыйынтыҡтары донъя күрҙе.
Ул – Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Рәсим ШӘФИ-РӘХМӘТ
Шахмат таҡтаһында
(Мәңгелек тема)
Бында – хәйлә, бында – мәкер,
Бында һис тынмай алыш.
Таҡтанан осоп төшәһең,
Әгәр ҙә баҫһаң яңлыш.
Бында бер-береңде “ашау”,
Бында һәр саҡ – “кем-кемде”.
Әгәр йомшаҡлыҡ күрһәтһәң,
Юҡ итәләр үҙеңде.
Мәж киләләр, гүйә бында
Ваҡытлы түгел улар.
Үҙҙәрен кем йөрөтөүен
Аңламай фигуралар...
Читайте нас: