Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 11:40

Вирус

Салауат ӘБҮЗӘРВИРУСТарала вирус, тарала, –Ярала яңы төрө...Унан һаҡланыу сараһы –Тик битлек кейеп йөрө.

Салауат ӘБҮЗӘР
ВИРУС
Тарала вирус, тарала, –
Ярала яңы төрө...
Унан һаҡланыу сараһы –
Тик битлек кейеп йөрө.

Ләкин шундай вирустар бар,
Йәшәп килә күптән ул.
Меңәр-меңәр кешеләрҙең
Баштарына еткән ул.

Ғәйбәт булып ҡулды бәйләп,
Яла булып, быуып ала.
Хәйлә булып, мәкер булып
Аҙым һайын аяҡ сала.

Кешеләрҙең кешеләргә
Ниндәй генә этлеге юҡ!..
Рухым – миңә иммунитет, –
Йөрәгемдең битлеге юҡ!..
Читайте нас: