…Мансур карауаты аҫтынан гармунын алды, бармаҡтарын таныш төймәләрҙән йүгертте. Бынағайыш, ҡулдары ҡатҡан һымаҡ, гармуны ла ят кеүек. Байтаҡтан бирле тотонғаны юҡ шул… Тыуған көн, туй, йә булмаһа, бүтән сәбәптән табын йыйыусылар уны эҙләп аптырай, имеш, тип ишетте ул танышынан бөгөн. Йөрәгендә дәрт, моң һүнгәс, Мансур был кәсебенә лә ҡул һелтәне хәҙер. Телефонын да
алмаштырҙы хатта, шылтыратып бимазаламаһындар, тип. Ут йотоп йөрөгәндә йыр-бейеү ҙә үҙе бер ғазап, имеш… Бына әле лә йөрәгенә моң ятмай, йырлаһа, күңеле тула, ә бейеү көйө уйнаһа, әллә ниңә үҙенән мыҫҡыллап көлгән кеүек…
Билдәле, атаһы менән әсәһе уның эшен ташлап ҡаланан ҡайтыуына һөйөндө генә. Нисәмә йыл ситтә йөрөгәндән һуң юлы боролоп, ниһайәт, ҡабат тыуған ауылына илткән икән, тимәк, атай нигеҙендә төпләнергә яҙған улдарына, тип ҡабул итте шикелле улар быны. Тик ятмай, әлбиттә, Мансур тыуған өйөндә. Хажғәли ҡарттың алдынан алып кәртә төҙәтте, мал ҡараны, утын әҙерләне, картуф сәсте. Ауылда эш бөтәме ни… Тик был тормоштоң тағы бер «әтнәкәһе» килеп сыҡты ошо көндәрҙә.
– Тәк, улыҡайым, – тип һүҙ башланы атаһы кисә, алдан тамаҡ ҡырып алғас. Киске ашҡа ултырышҡайнылар. – Ғүмерең уҙа, йәшең дә олоғая… Һин, улым, давай, ҡамыт күрмәгән көтөү айғыры һымаҡ аҙып-туҙып йөрөүеңде бөтөр! Оят таһа халыҡ алдында! Төҫ-башҡа ла батша малайы һымаҡһың, ҡулыңда ҡырҡ һөнәрең бар! Һине күргән кеше ни уйлайҙыр?! Ғаилә ҡороп, тормошланырға ваҡыт! Тиңдәштәреңдең күбеһе башлы-күҙле булып бөткән күптән, ҡайһылары йорттар һалып, бала-саға үҫтереп, дыу килеп йәшәп ята. Артта ҡалаһың даһа донъянан!
Ҡайтҡандан бирле ата-әсәһе был турала иртәле-кисле һаҡ ҡына кинәйәләй. Бөгөн иһә туранан-тура әйтелгән асыҡ һүҙгә Мансур өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе.
– Һиҙәм, йөрәгеңдә кемдер бар, – тип дауам итте Хажғәли ҡарт, ҡулындағы тонтороҡло дәү һөйәк майын бысағы менән киҫеп. – Төкөр
һин уға, сығарып бырғыт, фәтүәһе булмағас! Яҙмағанға яғылып булмай… Йәш саҡтағы мөхәббәт, ғишыҡ тигәндәре яҙғы ҡар һымаҡ бүстәк нәмә ул! Баш ҡаңғыртҡыс та йөрәк иҙгес кенә… Йәштәр хәҙер туйға хәтлем үк бер-береһен белеп, ярашып-талашып, береһенән-береһе ялҡып, биҙеп бөтә лә, бушҡа ваҡыт уҙғарып, йөрәктәрен тетеп, барыбер өйләнешә алмайынса, боҙолошоп ҡуя… Әсәйең менән минең йәш саҡта ғишыҡ тотоу түгел, йәнәш йөрөгән сағыбыҙ ҙа булманы! Көнө еткәс, олатайың менән өләсәйең яусы ебәрҙеләр ҙә алды ла ҡайттылар уны миңә! Аллаға шөкөр, башҡаларҙан ҡалмайынса, әҙәп-тәртип менән йәшәп ятабыҙ әле бөгөнгө көндә лә… Давай, улым, йөрөмә сирле тәкә һымаҡ миңрәп, беҙ ҙә шулай итәйек! Шулай бит, Ғәлимә?