Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 11:10

Римма Ғәлимова

Римма ҒӘЛИМОВАИШЕЛГӘН ЯРҺинһеҙ йәшәргә өйрәндем,Күнегеп булмаһа ла,Шатланған булып ҡыланам,Күңелем тулмаһа ла.

Римма ҒӘЛИМОВА
ИШЕЛГӘН ЯР
Һинһеҙ йәшәргә өйрәндем,
Күнегеп булмаһа ла,
Шатланған булып ҡыланам,
Күңелем тулмаһа ла.
Башты ташҡа бәреп булмай,
Ҡаш емерелеүе бар.
Терһәкте тешләп тә булмай,
Йөрәк тилереүе бар.
Үкенестәр менән бергә
Аҡыл арттан һөйрәлә.
Минең баштан үткәндәрҙе
Башҡаларға һөйләмә.
Икәү ишкән кәмәбеҙ бит
Ярға килеп бәрелде.
Яр аҫтында ҡалған ғүмер
Өтә минең бәғерҙе.
Ишелгән яр күмде беҙҙе,
Тонсоҡторҙо балсығы.
Беҙҙең һөйөүҙән ҡалманы
Исмаһам, бер валсығы…
Читайте нас: