Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 18:40

Меҫкен

МЕҪКЕНУйлаһаң, иҫең китерлек,Бәндәләргә ни булды?!Берәү көҫәп ята, ана,Утыҙ етенсе йылды.

МЕҪКЕН
Уйлаһаң, иҫең китерлек,
Бәндәләргә ни булды?!
Берәү көҫәп ята, ана,
Утыҙ етенсе йылды.
Эх, хәленән килһә әгәр,
Ашар ине баштарҙы!..
(Үҙем хатта йәлләп ҡуям
Шул күңеле астарҙы!)
Ни әйтәйем, йәл инде, йәл! –
Тарата һаҫыҡ еҫен,
Тик аңламай: тиҙәгенә
Үҙе батҡанын! Меҫкен!
Читайте нас: