Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 19:29

Дүртөйлө Йылан ырыуы вәкилдәрен йыйҙы.

Бөгөн Дүртөйлө районында иң күп һанлы башҡорт ырыуҙарының береһе — Эске Йылан йыйыны үтте. Йылан башҡорттарының аҫаба ерҙәре Тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшө биләмәһе буйлап көньяҡҡтан төньяҡҡа табан табан киң һыҙат менән һуҙылған. Әлеге ваҡытта был ырыу вәкилдәре Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран һәм Саҡмағош райондарында йәшәй. Йылан ауылдары Татарстан Республикаһының Баулы районында ла бар.

Бөгөн Дүртөйлө районында иң күп һанлы башҡорт ырыуҙарының береһе — Эске Йылан йыйыны үтте. Йылан башҡорттарының аҫаба ерҙәре Тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшө биләмәһе буйлап көньяҡҡтан төньяҡҡа табан табан киң һыҙат менән һуҙылған. Әлеге ваҡытта был ырыу вәкилдәре Бишбүләк, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Туймазы, Шаран һәм Саҡмағош райондарында йәшәй. Йылан ауылдары Татарстан Республикаһының Баулы районында ла бар.
Йылан нәҫеленән бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Улар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми, Советтар Союзы Геройҙары Әнүәр Абдуллин һәм Ғәни Ғәлимов, Социалистик Хеҙмәт Геройы Тәлғәт Аҡманов, яҙыусылар Ғилемдар Рамазанов һәм Марсель Сәлимов, Рәсәй Фәндәр академияһының ғалим-академигы Ривнер Ғәниев, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы Илһөйәр Ғәзетдинова, композитор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ризван Хәкимов, яҙыусы, драматург Радик Мөсифуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Динәхмәтовты һәм башҡа бик күптәр бар.
Дүртөйлөгә Борай, Ҡалтасы, Илеш һәм Саҡмағош райондарынан ырыу вәкилдәре йыйылды. Район мәҙәниәт йорто фойеһында урынлашҡан күргәҙмәлә улар халыҡ оҫталарының әйберҙәрен, үҙ райондары башҡорттарының милли кейемдәре өлгөләрен, билдәле шәхестәренең шәжәрәләрен тәҡдим итте. Күргәҙмә менән танышҡандан һуң пленар өлөш башланды, уны Дүртөйлө районы башлығы Риф Йосопов асты. Ҡунаҡтарҙы ул башҡорт телендә сәләмләне һәм Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләне.
Пленар өлөштә Өфө ғалимдарының, Эске Елан ырыуынан тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең һәм йәмәғәтселәрҙең сығыштары яңғыраны. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин «Эске-Йылан ырыуының тарихы һәм үҙенсәлеге» исемле докладын тәҡдим итте, Юлдаш Йосопов төньяҡ башҡорттары буйынса ғилми-методик әсбаптар менән таныштырҙы. «Без башҡортлар» хәрәкәте етәксеһе Радик Бәхтиевтың сығышын халыҡ һәр ваҡыттағыса йылы ҡаршы алды.
Ырыу вәкилдәре иҫәбенән Илеш районынан Светлана Хашимова, Ҡалтасынан Лилиә Дәүләтова, Саҡмағоштан Рәмилә Сәлимгәрәева, Дүртөйлө районынан Ғәлимә Камалова, Дамир Сабиров, Римма Имамова, Хәсәнйән Хәмзин сығыш яһаны. Уларҙың докладтары үҙ төбәктәрендәге башҡорт ауылдары тарихына, шәжәрәләренә, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы сафында һуғышҡан яҡташтарына арналды.
Докладтарҙан һуң ырыу Советы ағзаларын һәм уның башлығын һайлау уҙҙы. Был вазифаға бер тауыштан Дүртөйлө районының Миңиште ауылы мәктәбе директоры Дамир Сабиров һайланды.
Дүртөйлө район мәҙәниәт йорто артистары Рима Камалова шиғырына Филүс Беркет ижад иткән йыр менән сығыш яһаны. Йыйылышта ҡатнашыусылар композицияны бер тауыштан Эске Йылан ырыуы гимны сифатында ҡабул итте.
Делегаттар шулай уҡ йыйылыштың резолюцияһын да ҡараны. Башҡортостан Республикаһы Башлығына Исмәғил ауылында Эске Йылан ырыуына нигеҙ һалыусы Исмәғил хөрмәтенә стела урынлаштырыу, Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмигә Өфө ҡалаһында һәйкәл ҡуйыу үтенесе менән мөрәжәғәт итергә ҡарар ителде. Шулай уҡ Башҡортостандың Бүздәк, Благовар, Бөрө, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мишкә, Туймазы һәм башҡа төньяҡ-көнбайыш райондарында шәжәрә байрамын үткәреүҙе дауам итергә хәл ҡылынды.
Мәғлүмәт Ҡоролтайҙың рәсми сайтынан тупланды.
Читайте нас: