Ҡорбандарҙы иҫкә алып, рухтары алдында баш эйәйек
(1921-1922 йылдарҙағы аслыҡҡа – 100 йыл)
Йылдар артынан йылдар үтеп, быуындар алышынһа ла, кешелекте һаман тетрәндерә 1921-1922 йылдарҙағы аслыҡ. Ҡайһы саҡ ул илдәге сәйәси күҙлектән шымартылды, пропаганда өсөн кәрәкле яғы ғына күрһәтелде. Шуға ла афәттең төп сәбәбе йылдың ҡоро килеүе, йотлоҡ менән аңлатылды. Ләкин уның ысын асылы йәшерелде. Бөгөн әсе хәҡиҡәтте нисек бар шулай киләсәк быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ. Ҡорбандарҙың рухы шуны талап итә, тарихи һабаҡ, фәһем итеп быуаттан быуатҡа еткерергә ҡуша...
“...Аслыҡты тыуҙырған беренсе һәм төп сәбәп – Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышы. 1913 йыл менән сағыштырғанда, 1920 йылда Өфө губернаһында сәсеүлек майҙаны 43 процентҡа кәмей, һөҙөмтәлә иген етештереү күпкә аҙая. 1905 – 1914 йылдарҙа Өфө губернаһының биш өйәҙе буйынса игендең тулайым йыйымы йылына уртаса 73,4 миллион бот тәшкил итһә, 1920 йылда – ни бары 24 миллион, ә 1921 йылда 5,9 миллион бот иген йыйыла. Мал һаны икеләтә кәмей. Кесе Башҡортостанда сәсеүлек майҙандары – 61, малдар һаны 55 процентҡа ҡыҫҡара. Интервенттар, аҡтар һәм ҡыҙылдар крәҫтиәндәрҙе аяуһыҙ талай, мал-тыуарын тартып ала, хужалығын туҙҙыра. Кесе Башҡортостандың Табын, Тамъян-Ҡатай һәм Юрматы кантондарында ғына ла ете меңләп крәҫтиән хужалығы туҙҙырыла, 650 ауыл юҡ ителә. Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә бер меңдән ашыу хужалыҡ туҙҙырыла, халыҡтан 10 мең баш йылҡы һәм һыйыр малы тартып алына...” – тип яҙа тарих фәндәре кандидаты Рафаэль Дәүләтшин “Ватандаш” журналында (№3, 1997 й.).
Һамар өлкәһе Ҡыпсаҡ ауылында ғүмер иткән 89 йәшлек Ҡәҙерниса әбей Усманова ул йылдарҙы ошолай хәтерләй (1998 йылда яҙып алынды): “Аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа таланы. Кейгән кейемебеҙҙе, аты булһын, һыйыры булһын – алып киттеләр. Инде байҙарҙың келәттәрен талап, ҡутарып алдылар. Шуларға теймәһәләр, асыҡмаҫ та инек. 1918-1919 йылдарҙа аслыҡ булды, 21-ҙә бигерәк тә ҡоторҙо. Сәскән игендең бер бөртөгө сыҡманы, ҡып-ҡыҙыл булып ятты. Тамсы ямғыр яуманы. Элек кеше яҡшы йәшәне бит, һәр кем үҙенә иген сәсте. Ерҙәре һәр кемдең булды, үҙҙәренә елгәрҙеләр, урҙылар. Байға ураҡ урырға йөрөнөләр. Уның өсөн хаҡын ала, кейенә, ҡунаҡ була инеләр. Ике-өсәр йома йөрөнөләр, ас булманылар”.