Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 13:20

Апрель һаны

Мөнир ҠУНАФИНБала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...Повесть Бөйөк Ватан һуғышы ауырлығын үҙ йөрәге аша үткәргән үҫмерҙәргә арнайым. 1.Шыҡһыҙ көҙ, дөрөҫөрәге, 1952 йылдың сыуаҡ, ләкин көйһөҙ һәм моңһоу авгусы аҙаҡтары ине. Һуғыш тамамланып, ил яйлап аяҡҡа баҫа башлаған көндәр. Сынтимер ағайым, һуғыштың бар ауырлығын үҙ елкәһендә татығын күршебеҙ, сараһыҙлыҡтан беҙҙе ошо ҡала ситендәге ике ҡатлы иҫке бинала урынлашҡан интернатҡа килтереп ҡалдырҙы. Беҙҙе тигәнем – дөм һуҡыр ун дүрт йәшлек Асет апайым менән ун ике йәшлек мине. Мин дә һуҡыр, күрмәйем, кәрәкмәгәнде бөтөнләй иғтибарға алмайым.

Мөнир ҠУНАФИН
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Повесть
Бөйөк Ватан һуғышы ауырлығын
үҙ йөрәге аша үткәргән үҫмерҙәргә арнайым.
1.
Шыҡһыҙ көҙ, дөрөҫөрәге, 1952 йылдың сыуаҡ, ләкин көйһөҙ һәм моңһоу авгусы аҙаҡтары ине. Һуғыш тамамланып, ил яйлап аяҡҡа баҫа башлаған көндәр. Сынтимер ағайым, һуғыштың бар ауырлығын үҙ елкәһендә татығын күршебеҙ, сараһыҙлыҡтан беҙҙе ошо ҡала ситендәге ике ҡатлы иҫке бинала урынлашҡан интернатҡа килтереп ҡалдырҙы. Беҙҙе тигәнем – дөм һуҡыр ун дүрт йәшлек Асет апайым менән ун ике йәшлек мине. Мин дә һуҡыр, күрмәйем, кәрәкмәгәнде бөтөнләй иғтибарға алмайым.
Карауаттар теҙелеп киткән һәм бер нисә ултырғыс, уртала бер өҫтәл булған казарма ише ҙур бүлмәлә беҙ ун һигеҙ малай-шалай йәшәйәсәкбеҙ. Ингән ерҙә оло мейес маһайып ултыра. Әлегә уны яҡмайҙар. Көндәр һыуытҡас, таң менән ҡарауылсы ҡарт килеп ут тоҡандырһа, шуның ялтыр-йолтор килгән яҡтылығында үҙеңде өйҙәге кеүек хис итеп ойоп ятыуҙары бер кинәнес тә, ләкин әлегә...
Читайте нас: