Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Апрель 2021, 08:00

"Ағиҙел"

“Ағиҙел” журналы – башҡорт әҙәбиәтенең шәжәрәһе, тарихи йылъяҙмаһы.

“Ағиҙел” журналы – башҡорт әҙәбиәтенең шәжәрәһе, тарихи йылъяҙмаһы. Милләтебеҙҙең данын күтәргән, рухиәтен үҫтергән һүҙ оҫталарының тәүге әҫәрҙәре ошо журналда фатиха алған. Бөгөн дә журналыбыҙ халҡыбыҙҙың рухи донъяһы һағында тора, сөнки әҙәбиәтенән, мәҙәниәтенән яҙған милләт юҡҡа сығасаҡ, быуындан-быуынға изге аманат булып тапшырылған теленән яҙасаҡ!..
Үкенескә ҡаршы, ошо хәҡиҡәтте онотабыҙ, милли баҫмаларыбыҙға битарафлыҡ күрһәтәбеҙ. Ата-бабаларының бөйөк эштәрен һәм ил-халыҡ өсөн йән аямай көрәштәрен хөрмәт иткән, үҙен милләтенең бер ағзаһы итеп тойған башҡорттоң өйөндә мотлаҡ “Ағиҙел” журналы булырға тейеш! “Ағиҙел” – ул халҡыбыҙҙың рухи паспорты!
Читайте нас: