Зөлфиә ХАННАНОВА
Виртуаль һөйөү
"Контактта"ғы битеңдә
Яҙғым килде: "Бөркөтөм!"
Һине күпме эҙләнем мин,
Һине күпме мин көттөм...
"Контактта"ғы битеңә
Яҙғым килде: "Һағындым!
Сейәләрен өҙгөм килә
Һинең тыуған яғыңдың..."
"Контактта"ғы битеңә
Яҙғым килде: "Йөрәгем!"
...Үҙ бәхеткәйең түңәрәк,
Юҡтыр инде кәрәгем.
(Әгәр яҙһам: "Һағындым!" – тип,
Яҙһам әгәр: "Яратам!"
Күҙҙәреңә нисек итеп
Күренермен аҙаҡтан?!)...