Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 12:45

Тамара Ғәниева

Тамара ҒӘНИЕВАСАТТАҺулыштан да ҡабынып була икән,Дөрләп китә инем тыныңдан....Их,йүгерҙем күрмәй аҡ-ҡараны,Эҙҙәреңдән, киткән юлыңдан.

Тамара ҒӘНИЕВА
САТТА
Һулыштан да ҡабынып була икән,
Дөрләп китә инем тыныңдан.
...Их,йүгерҙем күрмәй аҡ-ҡараны,
Эҙҙәреңдән, киткән юлыңдан.

Ул саҡ ҡалды офоҡ арттарында,
Саттарында ике һуҡмаҡтың
Шул уҡ балбал. Мин түгел ул - хәтер.
Машинаны былай, ҡыҙыҡ өсөн,
Юрый ғына бында туҡтаттым.

Шул балбалға яулыҡ бәйләгәндәр,
Ҡыҙыл.Яңы.Оҡшаш усаҡҡа.
Кемдәр йәнә айырылышты икән,
Йә ҡауышты икән был сатта?!

Бер беҙ генә түгел, уйламаҫтан
Мөхәббәтен ярған урталай.
Минең генә микән йән яланын
Килеп- килеп хәтер һуҡалай.

Ятып ҡына ерҙе тыңлайыммы,
Ауаз килер бәлки электән.
"Һин дә һин", -тип үлеп барған йәнең
Ҡай тирәгә хәҙер ереккән?

...Һуҡмаҡтарҙың икеһе лә таҡыр,
Бер беҙ генә түгел алйоттар.
Хөкөмдарҙай һалҡын балбал сатта,
Баш осонда ғәмһеҙ болоттар.
Читайте нас: