Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 10:22

«Өс таған» «Ҡырым Кадры» фестивалендә иң яҡшы уйын фильмы тип танылды.

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы «Ҡырым Кадры» Бөтә Рәсәй этнографик фильмдар фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы тип танылды.Фестиваль 26-28 мартта Симферополдә уҙҙы. Быйыл фестиваль этнография темаһына арналғайны. Конкурс программаһында Рәсәйҙең 15 төбәгенән 35 эш ҡатнашты.

Айнур Асҡаровтың «Өс таған» фильмы «Ҡырым Кадры» Бөтә Рәсәй этнографик фильмдар фестивалендә иң яҡшы тулы метражлы уйын фильмы тип танылды.
Фестиваль 26-28 мартта Симферополдә уҙҙы. Быйыл фестиваль этнография темаһына арналғайны. Конкурс программаһында Рәсәйҙең 15 төбәгенән 35 эш ҡатнашты.
Актер, сценарист, режиссер Михаил Богдасаров башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән фильмды юғары баһаланы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бүләк жюриҙың бер тауыштан ҡабул ителгән ҡарары менән «Өс таған» картинаһына тапшырылған.
Фестивалде 2018 йылдан Ҡырым Республикаһының Милләт-ара мөнәсәбәттәр эштәре буйынса дәүләт комитеты булышлығында «Одиссей» фән, мәҙәниәт һәм кино үҫешенә ярҙам фонды уҙғара.
Читайте нас: