Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 09:20

Мәскәү бесәйе

Йылмайып-көлөп кенә…Зөлфиә ХАННАНОВА МӘСКӘҮ БЕСӘЙЕНӘ Һаумы, Кузька! Һаумы, эре бесәй, Ҡараштарың ниндәй, ҡот оса! Башҡалала үҫкәс, һин дә, туған, Аңламайһың инде башҡортса.

Йылмайып-көлөп кенә…
Зөлфиә ХАННАНОВА
МӘСКӘҮ БЕСӘЙЕНӘ
Һаумы, Кузька! Һаумы, эре бесәй,
Ҡараштарың ниндәй, ҡот оса!
Башҡалала үҫкәс, һин дә, туған,
Аңламайһың инде башҡортса.

Хәйер, һиңә минең һис үпкәм юҡ,
Ана, хатта беҙҙең Мыяубай,
Үҙебеҙҙең Өфөләрҙә йәшәп,
Тик урыҫса ғына мыяулай.

Ә мин, Кузька, һиңә ярайым, тип,
Боҙоп тормам инде телемде.
Урыҫсалап һиңә һүҙҙәр ҡушҡан
Хужаларың ҡыҙыҡ күренде.

Алдарыңда бейеп тора улар,
Һин, ахырыһы, бында шәп түрә!
Беҙҙең бахыр башҡорт бесәйҙәре
Сысҡан тотоп ҡына көн күрә...

Әллә оҡшатманың беҙ килгәнде?
Оҡшатмаһаң, әйҙә, ни булған?!
Белгең килһә, көйәҙ хужабикәң
Апайым ул минең бер туған.

Ярар, Кузька, һинең хөрмәтеңә
Мин бер кәсә буҙа эсәйем.
Хөрмәт итмәй ҡайта буламмы һуң
Мәскәү һынлы Мәскәү бесәйен!
Читайте нас: