Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель 2021, 08:25

Көлкө көнө

Салауат ӘБҮЗӘР "Ҡара тишек" Йыһанда ғәжәп көс бар, ти, – "Чёрная дыра", тиҙәр. Ул көс бөтә нәмәне лә Үҙенә һура, тиҙәр.

Салауат ӘБҮЗӘР

"Ҡара тишек"

Йыһанда ғәжәп көс бар, ти, –
"Чёрная дыра", тиҙәр.
Ул көс бөтә нәмәне лә
Үҙенә һура, тиҙәр.

Юлындағы бар есемде
Эсенә ялмай икән.
Хатта унан яҡтылаҡ та
Ҡотола алмай икән...

Ерҙә лә бар ундай "дыра" –
Бер ҡасан да туймай ул.
Ҡара көсө ҡармап алһа,
Йотмайынса ҡуймай ул!

"Ҡара тишек"тән дә яман
Ундағы ҡолас, тиҙәр.
Ерҙәге был ғифриттең
Исеме – Власть, тиҙәр.
Читайте нас: