Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 07:40

Факиһа Туғыҙбаева

“Ағиҙел” журналының шиғриәттән торған март һанын әҙерләгәндә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа апай Туғыҙбаеваның шиғырҙар шәлкемен нисек һорап алырға икән тип аҙабыраҡ ҡалдым. Апайҙың сирләүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ, борсоғо килмәй. Ләкин апайҙың шиғырҙарын журналға ҡуймаһаҡ, оло хилаф булырын да аңлайым.

“Ағиҙел” журналының шиғриәттән торған март һанын әҙерләгәндә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа апай Туғыҙбаеваның шиғырҙар шәлкемен нисек һорап алырға икән тип аҙабыраҡ ҡалдым. Апайҙың сирләүен барыбыҙ ҙа беләбеҙ, борсоғо килмәй. Ләкин апайҙың шиғырҙарын журналға ҡуймаһаҡ, оло хилаф булырын да аңлайым. Иҫкә килеп төштө: бәй, Факиһа апайҙың Зөлфиә ҡыҙы бар ҙабаһа! Зөлфиә менән бәйләнешкә инеп, әсәһенең шиғырҙарын әҙерләп биреүен үтендем. Ул көттөрмәне, иртәгәһенә үк апайҙың шиғри шәлкемен ебәрҙе.
Йәл, “Ағиҙел”дә сыҡҡан шиғырҙар шәлкемен Факиһа апай үҙе күрә алманы – халыҡ шағиры мәңгелек тарафына юллады. Йәнең йәннәт түрендә булһын, ил инәһе! Ә башҡорт халҡы барҙа сихри моңоғоҙ быуындан-быуынға күсеп йәшәр ҙә йәшәр!
Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА
Хәләл көсөм
Сабыйлыҡтан сабып ҡына сығып,
Ерҙәр күргем килде, һыуҙар кискем.
Билдәһеҙ был ғүмер сәфәренә
Ышадырҙы мине хәләл көсөм.
Үҙе бәхет яҡты донъяға мин
Кенә һаҡламайым – юҡ тә үсем.
Кеше генә булып йәшәр өсөн
Кешеләргә бирәм хәләл көсөм.
Төшөнгәндә төшөн, сәтләүек тә
Ҡан илата, шарт һындырып тешең.
Йомшаҡлыҡ та, бәлки, түгелдер ул
Күҙ-йәш булып аҡҡан хәләл көсөм.
Мине һынап ҡына ҡарарға тип
Хоҙай бирә алтын йә көмөшөн,
Сыҡмағанмын һаман сабыйлыҡтан:
Еңеүҙәрем – минең хәләл көсөм.
Мин сәфәрҙә һаман,
Ер йөҙөндә
Бөтмәгәне өсөн үҙ өлөшөм.
Ташлаһа ла дуҫтар,
Һин ташлама,
Һин ташлама мине, хәләл көсөм!
Ашыҡмай тор әле, ғүмер кисем,
Минең исем – эшем, уйым-хисем.
Янғанда ла эсем,
Ҡарашымда
Ялтлап тора минең хәләл көсөм.
Читайте нас: