Ағиҙел
-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 10:27

“Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!”

Хөрмәтле милләттәштәр!Һеҙҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан булдырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!” Халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет-платформаһына теркәлергә саҡырабыҙ! Һеҙ унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарихы, фольклоры, этнографияһы буйынса республиканың абруйлы уҡыу йорттары ғалимдары, фәнни үҙәктәр белгестәре һөйләгән лекциялар, башҡорт телен өйрәнеү буйынса дәрестәр, башҡорттарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенә ҡағылышлы оҫталыҡ кластары, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәттәр һәм башҡа бик күп үҙегеҙгә кәрәкле материалдар, яңылыҡтар таба алаһығыҙ! Бергә булайыҡ, башҡорттар!Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанмалар аша танышырға мөмкин.Халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет-платформаһы:https://bez-bashkorttar.ruПроекттың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре:https://vk.com/public197755059https://www.facebook.comhttps://www.instagram.com/bezbashkorttar/

Хөрмәтле милләттәштәр!
Һеҙҙе М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан булдырылған “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар!” Халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет-платформаһына теркәлергә саҡырабыҙ! Һеҙ унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тарихы, фольклоры, этнографияһы буйынса республиканың абруйлы уҡыу йорттары ғалимдары, фәнни үҙәктәр белгестәре һөйләгән лекциялар, башҡорт телен өйрәнеү буйынса дәрестәр, башҡорттарҙың матди һәм рухи мәҙәниәтенә ҡағылышлы оҫталыҡ кластары, арҙаҡлы шәхестәребеҙ тураһында мәғлүмәттәр һәм башҡа бик күп үҙегеҙгә кәрәкле материалдар, яңылыҡтар таба алаһығыҙ! Бергә булайыҡ, башҡорттар!
Тулыраҡ мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанмалар аша танышырға мөмкин.
Халыҡ-ара фәнни-мәғариф интернет-платформаһы:
Проекттың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәре:
Читайте нас в