Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Март 2021, 09:25

Айһылыу Ғарифуллина

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНАТУҒАН ХАЛҠЫМ Ҡөрьәндән дә боронғо ул, Боронғо ул диндән дә.

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА
ТУҒАН ХАЛҠЫМ
Ҡөрьәндән дә боронғо ул,
Боронғо ул диндән дә.
Ихтилалдарҙа имгәнгән,
Йыры менән имләнгән...
Әлмисаҡтан ғорур булған,
Тәкәббер түгел хәҙер.
Яҡшы-насар яғы ла бар -
Барын бирергә әҙер...
Теле Ҡөрьән теле кеүек,
"Һ"ылары - үҙе мисәт.
Ҡобайырҙарын йырла ла,
Эпостар илен иҫлә!
Рухы - Урал һырттарындай,
Ҡәлебе - аҡ даръялай.
Аҫыл булғас, ҡорт-бөжәге
Кимерергә самалай.
Борон-борон замандарҙан
Ҡурайлы -шәжәрәле -
Был бит минең башҡорт халҡым
Аҫаба дәрәжәле.
Был бит минең туған халҡым -
Хоҙайҙан насип өммәт.
Йырым менән башҡортлоҡто
Китермен уға түләп!
Читайте нас: