– Дә-ә, малайҙар ҙа иллегә етте, беҙ ҡартаймай кем ҡартайһын... – тип шылтыраттты халыҡ яҙыусыһы.
– Әҙәбиәтебеҙ киләсәге һеҙҙең ҡулда, егеттәр, - тип хәбәрен һалды кемдер.
– Бөгөнгө прозаны Мөнирһеҙ күҙ алдына килтереп булмай, – тип шаштырҙы берәү...
Илле йәшлек юбилей. Иҫ киткес йылы һүҙҙәр, буй етмәҫлек маҡтауҙар ҙа булды. Күңел иләктәре аша үтерлектәрен, зиһен бизмәндәре күтәрерҙәйҙәрен ҡабул ҡылдыҡ. Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауы күңелемде үҫтерҙе. Халыҡ яҙыусылары Ноғман Мусин, Таңсулпан Ғарипова, халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбай, Гөлфиә Юнысова, күренекле әҙиптәребеҙ Гөлнур Яҡупова, Ғәлим Хисамов, Әмир Әминев, Әхмәр Үтәбай, Салауат Әбүзәр һәм башҡаларҙың изге теләктәре тағы ла бейеклеккә ынтылырға ҡанаттар бирҙе. Күпме дуҫтарым, ижадымды үҙ итеүселәр ҡотланы, ихлас күңелдән ҡотланы. Рәхмәт барыһына ла.
Шундай һығымтаға киләм, Мостайыбыҙ әйтмешләй, шулай ҙа беҙҙең өйҙөң Аллаһы йомшаҡ бәғерле, игелекле, күңелде үҫтерә белә. Күңел-өйөбөҙҙө, әҙип донъяһы тигән йортто әйтәм