Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март 2021, 16:45

Уңыштарҙың дәлиле-ойошманың яҡшы эшмәкәрлеге

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында Хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес – 2021 Република конкурсына йомғаҡлау яһалды.
Был сара Ғаилә министрығы, Башҡортостан республикаһы хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау (БР) һәм Башҡортостан тармаҡ-ара институты тарафынан ойошторолһа, БР-ның хеҙмәт дәүләт инспекцияһы һәм БР-ның профсоюздар федерацияһы традицион рәүештә быны хупланған.
Был конкурс үҙенең 15 тапҡыр үткәрелеүе менән , хатта Башҡортостандың төрлө төбәктәре- сәнәғәт предприятиелары, ойошмалары һәм һаулыҡ һаҡлау, мәғариф һәм башҡа тармаҡтарҙан бөтәһе 300 белгес ҡатнашыуы менән дә данлыҡлы түгел, ә бындағы конкурс һөҙөмтәләренең барыһына ла сенсация яһауы.Сөнки, тап ошонда бар хөрмәт данын, тик бер генә ойошманың ул да булһа- «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең белгестәре яулағайны.
Быйылғы йылда конкурс аңлайышлы сәбәптәр буйынса,дистанцион форматта үткәрелде. Бер яҡтан был дөрөҫтөр ҙә, тик икенсе яҡтан, был түңәрәктәргә ҡатнашырға мөмкинлек һиҙелерлек киңәйҙе, конкурентлыҡ та күпкә артты. Үткәреү тәртибе лә үҙгәрҙе, бер нисә турҙа ҡатнашыу урынына, бараһын да тест һорауҙары көтә ине. Барыһы ла ябай: бер турға бер сәғәт ваҡыт һәм 50 һорау бирелә. Традицион тест һорауҙары кеүек, бында ла һәр һорауҙың дүрт яуабы бар. Һәр ҡатнашыусының тиҙ, минималь ваҡыт эсендә һәр һорауға дөрөҫ яуап табыуы мөһим ине...
Һәм бына... ниһайәт, конкурс йомғаҡтары: дөрөҫ яуап өсөн баһалар ҡуйылды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса , «Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәтенең филиалы ,Арлан нефть үткәргестәр идаралығының етештереү-хеҙмәтләндереү базаһының хеҙмәт һаҡлау буйынса белгесе - Регина Чиркова еңеүсе булды. Тап ул иң күп балл йыйыусы булды. Әйткәндәй, был конкурста ҡатнашыуҙа Регинаның тәжрибәһе лә етәрлек тиһәң дә була, сөнки 2019 йылда хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы белгестәре исемлегенә инһә, 2020 йылда бронза призеры була. Һәм бына оҙаҡ көтөлгән еңеү!
- Минең өсөн конкурста ҡатнашыуым – ул минең квалификациямды раҫларға һәм дөрөҫ һөнәр һайлауымды тағы бер ҡабат иҫбатлаусы булып тора. Үҙемдең һөнәремде бик яратып башҡарам, миңә икенсе кешеләрҙең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуым оҡшай, - ти үҙе Регина.
Икенсе, өсөнсө урындарҙы ла шулай уҡ Регинаның коллегалары алды. Береһе Ильмира Ибатуллина, ул Черкасский һыҙыҡлы етештереү-диспетчер станцияһында хеҙмәт һаҡлау буйынса белгес булып эшләй. Шулай уҡ, Транснефть -Уралдың АО хеҙмәтте һаҡлау бүлеге белгесе, хеҙмәтте һаҡлау буйынса идаралығы аппараты белгесе булып тора.
Быны менән генә сара тамамланып ҡалманы, сөнки һәр ойошманан теләгән тиклем белгес ҡатнаша ала ине. Шуға күрә, Транснефть -Урал акционерҙар йәмғиәтенән 7 ҡатнашыусы булды.
Улар барыһы ла “Башҡортостан республикаһының хеҙмәт һаҡлау буйынса иң яҡшы белгес -2021” мәртәбәле исемен алды.
Әйтеп үтергә кәрәктер, был ойошманың белгестәре йылдан-йыл төрлө еңеүҙәр яулап киләләр. Мәҫәлән,2020 йылда – 1 һәм 3 урындар , 2019 йылда – 2 урын һәм 2018 йылда – 1 урын...
Был уңыштарҙың дәлиле булып, АО «Транснефть – Урал» акционерҙар ойошмаһының, һәр коллектив ағзаһына һөҙөмтәле эш өсөн хәүефһеҙ шарттарҙы һәм хеҙмәтте һаҡлауҙы тулыһынса тәьмин итә тигән һүҙ.
Читайте нас: