Мәҙәниәт – ул милләт нигеҙе, кешегә әхлаҡ һәм әҙәп сифаттары биргән бөйөк рухи хазина. Ғөмүмән, Ер йөҙөндәге миллионлаған төр йән эйәләре араһынан Аллаһ Тәғәлә тарафынан тик кешеләргә генә бүләк ителгән илаһи ҡөҙрәт ул! Ошо ҡабатланмаҫ байлығыбыҙҙың ҡәҙерен беләйек.
Бөгөн Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан, халҡыбыҙҙың рухи һағында тороусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Эштәрегеҙ һәр саҡ уң, күңелегеҙ тулы моң булһын, дуҫтар!
“Ағиҙел” журналы хеҙмәткәрҙәре.