Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Март 2021, 15:10

Тәңре өрөк ҡапҡанда...

Мөнир Ҡунафинға – 50 ТӘҢРЕ ӨРӨК ҠАПҠАНДАТыуған Мөнир Ҡунафин Комфорт зонаһынан ситтә... Сәнғәттең һәм әҙәбиәттең һәр дәүерҙә лә классик өлгөләргә тоғролоғо бәхәсһеҙ һаналһа ла, һәр заман ижадсылары уларға үҙенең биҙәктәрен индерә, байыта килә. Байытып ҡына ҡалмай, теге йәки был ижадсының, әйтәйек, авангардизмға йә символизмға, тағы ла ниндәйҙер “изм”ға ҡоролған әҫәре артабанғы үҫешкә төп нигеҙ булып китә. Блок менән Маяковскийҙың совет осоро шиғриәтенә йоғонтоһо иҫкиткес ҙур булған. Был йәһәттән ХХ быуаттағы тағы ла бер нисә исемгә туҡталып үтәйек. Әйтәйек, Казимир Малевичтың “Ҡара квадрат”ы һынлы сәнғәт донъяһында революцияға тиң күренеш була һәм, әле булһын, шулай атала. Ниндәй генә баһалар бирмәйҙәр уға: “Идеялар кризисы”, “Тоталь бушлыҡ”, “Үлемгә ҡапҡа”, “Шарлатанлыҡ”, “Йөкмәткенән баш тартыу...”, “Сәнғәттәге бунт” һ.б. Белгестәр “Ҡара квадрат”ҡа меңдәрсә атама барлығы хаҡында яҙа.

Мөнир Ҡунафинға – 50
ТӘҢРЕ ӨРӨК ҠАПҠАНДА
Тыуған Мөнир Ҡунафин
Комфорт зонаһынан ситтә...
Сәнғәттең һәм әҙәбиәттең һәр дәүерҙә лә классик өлгөләргә тоғролоғо бәхәсһеҙ һаналһа ла, һәр заман ижадсылары уларға үҙенең биҙәктәрен индерә, байыта килә. Байытып ҡына ҡалмай, теге йәки был ижадсының, әйтәйек, авангардизмға йә символизмға, тағы ла ниндәйҙер “изм”ға ҡоролған әҫәре артабанғы үҫешкә төп нигеҙ булып китә. Блок менән Маяковскийҙың совет осоро шиғриәтенә йоғонтоһо иҫкиткес ҙур булған. Был йәһәттән ХХ быуаттағы тағы ла бер нисә исемгә туҡталып үтәйек. Әйтәйек, Казимир Малевичтың “Ҡара квадрат”ы һынлы сәнғәт донъяһында революцияға тиң күренеш була һәм, әле булһын, шулай атала. Ниндәй генә баһалар бирмәйҙәр уға: “Идеялар кризисы”, “Тоталь бушлыҡ”, “Үлемгә ҡапҡа”, “Шарлатанлыҡ”, “Йөкмәткенән баш тартыу...”, “Сәнғәттәге бунт” һ.б. Белгестәр “Ҡара квадрат”ҡа меңдәрсә атама барлығы хаҡында яҙа.
Әҙәбиәткә килгәндә Сыңғыҙ Айытматовтың реализм менән фантастика арауығын сағылдырған романдары, Владимир Высоцкий менән Виктор Цойҙың бөтә ҡалыптарҙы емергән шиғырҙары һәм йырҙары, Андрей Вознесенскийҙың видеомаларҙан торған шиғриәте, һ.б.
Исемлекте тағы ла бик оҙонға һуҙырға мөмкин булыр ине. Уларҙы бер һыҙат берләштерә: комфорт зонаһынан ситкә сығыу. Үҙе комфорт зонаһы эсендә булыусы ижадсы геройҙарын, әҫәренең төп идея-художество юҫығын ул зонанан ситкә сығара аламы? Бик бәхәсле һорау, әлбиттә. Фекер ебен ситкә бормайынса, үҙебеҙҙең башҡорт мәҙәниәтенә йөҙ борайыҡ. Халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллин менән оҫтаханала бер һөйләшеп ултырырға насип булды. Мин унан төрлө стилдә һүрәттәр эшләүсе йәш рәссамдар Йәлил Сөләймәновтың, Әмир Мәзитовтың, Хәтип Фазыловтың, өлкәнерәк быуындан Дамир Ишемғоловтың, Фәрит Ерғәлиевтың эштәренә мөнәсәбәтен белдереүен һораным. “Мин улар һымаҡ эшләй алмайым, көнләшәм һәм һоҡланам”, тине ул саҡта мәшһүр рәссам. Роберт Юлдашев ҡурай менән барабандың органик башҡарылышын табып, ҡурайыбыҙҙың барабан һымаҡ уҡ иң боронғо музыка ҡоралы булыуын иҫбат итеп, уны һәр милләт кешеһенең күңеленә үткәреп, заманса яңғыратты. Уларҙан һуң барлыҡҡа килгән “Арғымаҡ” төркөмө лә халҡыбыҙҙың күңел донъяһында үҙҙәренә генә хас яңғырашын тапты. Үткән быуаттың аҙағында “Сая” төркөмө лә үҙенсәлекле сығышы менән халыҡ һөйөүенә лайыҡ булды. Бөгөн Радик Юлъяҡшин менән Зәйнитдин сәхнә түрендә.
Үткән быуатта классик әҙәбиәтебеҙҙә иң юғары өлгөләр ижад иткән яҙыусыларыбыҙ әҫәрҙәре милләтебеҙ рухиәтенең Алтын фондын тәшкил итә. Бында исемдәргә туҡталһаҡ, үҙенә айырым бер мәҡәлә талап ителер. Шуға күрә мәсьәләгә шулайыраҡ киләйек: һынлы сәнғәттә, сәхнәлә “комфорттан ситкә сығыу” күҙәтелгәндә әҙәбиәт тик классик формала ғына йәшәй аламы? Юҡ, әлбиттә. Был, берҙән, заман ағышы үҙгәреүенең талабы, икенсенән, киләсәктә классик әҙәбиәтте үҙ телебеҙҙә уҡыусыларҙы әҙерләү талабы. “Иң тәүҙә һүҙ булған” тигәндән сығып ҡарағанда, был талап мөһимдәрҙең мөһиме. Үҙе лә комфорт зонаһынан сығып, парадоксаль шиғырҙар ижад итте Буранбай Исҡужин, үкенескә күрә, яҙмышы ла парадокстарҙан торҙо. Ғилман Ишкинин ямаулыҡтары, Азамат Юлдашбаев мәлъяҙмалары бигерәк тә йәштәрҙе башҡорт шиғриәтенә ылыҡтырҙы. Салауат Әбүзәр хыялый геройынан самолет эшләтеп, театр сәхнәләрендә һандуғас һайратты. “Ҡытайгород”ы менән Әмир Әминев ысынбарлығыбыҙға бөтөнләй икенсе күҙлектән ҡаратты. Тәңре өрөк ҡапҡанда тыуған Мөнир Ҡунафин кайнозой дәүеренең ҡартайған ҡояшы аҫтында соҡорға төшөп ултырып, инстинкты ярҙамында диңгеҙҙә аттар йөҙөп барғанын, бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡанын күҙ алдына килтереп, геройҙарын комфорт зонанан сығарып, уҡыусыларын тормошҡа башҡа төрлө ҡарарға мәжбүр итә. Өйрәнелгән, ҡалыпҡа һалынған тормошта йәшәүе рәхәт, әммә унда шул тиклем күңелһеҙ. Комфорт зонаһында шәхес үҫеше нүлгә тигеҙ. Кеше унда өйрәнелгән ғәмәлдәр һәм хәрәкәттәр башҡарып, шул зонаһындағы шарттарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсаты менән генә йәшәй. Тормошта ҙур маҡсаттарға өлгәшә алыусыларҙың барыһы ла комфорт зонаһынан сыға алыусылар. “Комфорт ғәмәл ҡылыу һәләтен юҡҡа сығара” тигән инглиз драматургы Джон Голсуорси.
Быйыл март айында елле иллеһен тултырған яҙыусы Мөнир Ҡунафин хаҡындағы мәҡәләнең башы оҙон-оҙаҡҡа һуҙылыуын лирик сигенеү тип ҡабул итмәгеҙ, зинһар, был өлөш уның ижадын заманға ярашлы бар тәрәнлегендә аңлар өсөн кәрәк. Хәйер, геройҙарын тормоштоң “комфорт зонаһы”нан ситкә сығарып һынаусы ижадсының асылы хаҡында ла шулай уҡ ул зонанан ситкә сыҡмайынса ғына фекер йөрөтөп тә булмайҙыр ул.
Ҡайҙа барһаң да, эйәрә...
Әҙәбиәт белгестәре шағирҙар прозаһының үҙенсәлеге хаҡында йыш яҙа. Проза маһиры Мөнир Ҡунафин әҙәбиәт донъяһындағы тәүге аҙымдарын шиғриәт яланында яһаны. Яһап ҡына ҡалманы, ике шиғыр китабы ла (“Шундай мәлем”, 2001, “Ғүмер тигәндәре”, 2005) сығарҙы. Драма әҫәрҙәре лә республикабыҙ театрҙарында ҡуйылып, тамашасы тарафынан йылы ҡабул ителде. Ҡыҫҡаһы ул һәр жанрҙа ла уңышлы эшләй, кинәйә менән әйткәндә, урып-һуғып елгәреүсе, үҙе тейәп ебәреүсе “комбайн”.
Яҙыусының драма, проза әҫәрҙәренең тел-стиль йәһәтенән үҙенсәлекле бәйәнгә, символик образға, ҡанатлы сағыштырыуҙарға, мауыҡтырғыс һүрәтләүгә, мажаралы кинәйәгә ҡоролоуы шағирлығынан килгәнлеге күренеп тора. “Ҡайҙа барһаң да эйәрә шул һинең ҡара һаҡалың” тиҙәр бындай осраҡта. Символика йәһәтенән яҙыусының хикәйә-повестарының айырым өлөштәре генә түгел, ҡайһыларының тотош сюжеты “ҡыйыш атып тура тейгеҙеүгә”, йәғни әйтергә, һүрәтләргә теләгәненең бөтөнләй башҡаса булыуына ҡайтып ҡала. Шағир теле менән яҙылған проза ябай ғына проза ла түгел, поэма кеүек тә ҡабул ителә. Мөнир Ҡунафиндың проза әҫәрҙәренең, драмаларының исемдәрен генә атау ҙа уларҙың йөкмәткеһенә оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырмай ҡалмай, әйтәйек:
“Йөҙөп барған, ти аттар диңгеҙҙә”;
“Тәңре өрөк ҡапҡанда”;
“Кайнозой”;
“Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны”;
“Ҡартайған ҡояш аҫтында”;
“Инстинкт”;
“Соҡор”;
“Бер ус бойҙай”;
“Артта – Мәскәү”;
“Тыңлайыҡ ваҡыт аҡҡанын” һ.б.
Бындай ҡанатлы әҫәр атамаларын да тик шағир ғына бирә ала. Был – бәхәсһеҙ. “Кейемгә ҡарап ҡаршы алалар, аҡылға ҡарап оҙаталар” тиҙәр. Ысынлап та, әҫәрҙең атамаһы уның кейеме лә кеүек, яҙыусы уҡыусыны әҫәренең лабиринтына шул рәүешле ымһындырып алып инә, уларҙы бер уҡый башлаһың, аҙағына етмәйенсә айырыла алмайһың, туҡталып ҡалмайһың.
Мөнирҙең проза әҫәрҙәрен уҡыусы яҙыусының теленә һоҡланыуын йәшерә алмаҫ тип уйланыла. Ошо урында бер нисә әҫәренән өҙөктәр килтереп үтеү урынлы булыр:
–“Башҡалар ҡәбер ҡаҙырға киткәс тә, Шамил дуҫы менән, бер сусҡа балаһын “аяғынан тотоп һелккәс”, Йәнекәй тауына менеп бер оҙон ҡарағасты йыҡтылар ҙа, шунда ҡәбергә бура буранылар...” (“Йөҙөп барған, ти аттар диңгеҙҙә...”) Был һөйләмдән шул аңлашыла булыр: спиртлы эсемлек беҙҙең халыҡтың ризығы түгел, шуның өсөн дә “сусҡа балаһы”.
–“Һыҙғырып ауҙы ағас, арыу ирҙәр кеүек. Сайыр еҫе алды урманды... Бына бөгөн Ситдыҡ ҡарттың да “һыҙғырыр” ваҡыты етте...” (“Йөҙөп барған, ти аттар диңгеҙҙә...”)
“Һыҙғырып ауыу” бик көслө әйтелгән, батырҙар үлеме кеүек, “йөрәге ярылып ауған ат һымаҡ”.
–“Аҡ ҡауырыйҙарын сәсеп ожмах ҡоштары күккә күтәрелгәс, икеһе лә – Әлфиә лә, Рәүеф тә – арып-арманһыҙ булып салҡан төшөп ятты...” (“Йөҙөп барған, ти аттар диңгеҙҙә...”)
Йән һөйгәндәрҙең йофаф сәғәттәрен дә шулай илаһи нәзәкәтлелек менән һүрәтләп була икән дә!
–“Хоҙай уны артыҡ иманлы итеп әшкәрткән. Үҙ урынының ҡайҙа икәнен белә. Мин әле, ошо йәшемә етеп, фани донъяла урынымды белмәйем, ишек төбөндәме, мендәр өҫтөндәме...” (“Ҡартайған ҡояш аҫтында”)
Хикәйә геройы өйһөҙ, ғаиләһеҙ ҡалған аҡылға зәғиф Әкрәмдең кеше йортона килеп тамаҡ туйҙырғандан һуң үҙ урынын белеп ишек төбөндә йоҡлап йөрөүен, башҡа урынға ятмауын автор ошо рәүешле ҡылыҡһырлай.
Мөнирҙең шиғырҙары менән танышҡанда уларҙа киләсәктә шундай уҡымлы проза әҫәрҙәр яҙасағын төҫмөрләйһең. Шулай килеп сыҡты ла: ул тәүге шиғыр китаптары сыҡҡандан һуң бына тигән проза әҫәрҙәре яҙыуға өлгәште. Ә шиғырҙарында бына ниндәй ҡараш ташлана:
Әҙәм өсөн үҙен бишек итеп
Әйләнә лә Ерем әйләнә...
(“Көндәр үтә, айҙар-йылдар китә...”)
Мин ғашиҡмын! Ваҡлыҡтары
Был тормоштоң юҡҡа сыҡты.
Аҡыл тигән аҡһаҡалды
Һөйөү тигән сабый йыҡты.
Нимә тиһең инде? Телеңдән һөйөн, Мөнир, тип әйтергә генә ҡала.
Соҡор эсендәге Кайнозой
Кеше үҙлегенән сығып ҡына: “Ҡана, мин яҡшы булайым әле, насар сифаттарымдан ҡотолайым. Йүғиһә, кеше алдында бигерәк оят”, – тип насар сифаттарынан ҡотола алмайҙыр ул. Был ышандырмай ҙа, икенсенән, яҡшы яҡҡа үҙгәрҙем, тип үҙен һәм башҡаларҙы ышандырып өлгөргән кеше лә, асылын өҫкә сығарған экстремаль хәлдәрҙә кире үҙлегенә ҡайтыусан. Сифати үҙгәреш булһын өсөн ике ҡапма-ҡаршылыҡлы донъя арауығында торғанда әҙәм балаһының тәүбәгә килеүе талап ителә. Бер дин әһеле: “Хоҙайға тыумыштан динле, итәғәтле кешегә ҡарағанда утты-һыуҙы кисеп, еҙ торбалар аша үтеп, тәүбәгә килгәне ҡыҙығыраҡ”, – тигәнерәк фекер әйткәйне. Бәхәсле фекер, шулай ҙа Мөнир Ҡунафиндың повесть-хикәйәләрен уҡыған саҡта был йәһәттән тағы ла тәрәнгәрәк төшөп уйлана башлайһың.
Яҙыусы, һәр әҫәрендә тиерлек, геройҙарын “комфорт зонаһы”нан ситкә сығара ла, уларҙы ике ҡапма-ҡаршылыҡлы донъя араһына: йәшәү менән үлем, ожмах менән тамуҡ, мөхәббәт менән нәфрәт, йылы менән һыуыҡ, аҡ менән ҡара, ай менән ҡояш, аҡыл менән хис, ысынбарлыҡ менән хыял араһына ҡуя. Тағы ла шуныһы: геройҙары кире комфорт зонаһына, рәхәтлек төйәгенә ҡайтырға ла, йә булмаһа, комфорт зонаһын иркенәйтеп, “ләззәт империяһы” төҙөргә лә ынтылмай, ә үҙенең атай-олатайҙары рухына, милли булмышына тоғролоҡ юлын һайлай. Шуның ярҙамында һәләкәттән ҡотолоп ҡала ла.
Авторҙың “Йөҙөп барған, ти аттар диңгеҙҙә...” повесы тап шул хаҡта. Бахмур синдромының һуңғы сигенә барып еткән Шамилдың күҙ алдына аттарҙың диңгеҙҙә йөҙөп барыуы килә. Берәм-берәм диңгеҙ эсенә инеп юғалған аттар тигәне үҙенең халҡы икән дә. Повесть геройҙары Фәнил, Шамил һәм Рәүеф аттарҙы ҡотҡарыуҙың сараһын үҙҙәрендә таба, йәғни эскелек йоғонтоһонан ҡотола. Баҡтиһәң, халҡыңды ҡотҡарыуҙың сара-юлы һәр кемдең үҙен үҙгәртеүҙән, тәүбәгә килеүҙән башлана икән.
Мөнирҙең “Кайнозой” менән “Соҡор” хикәйәләре геройҙары ла үтә ике донъя араһындағы әмәлһеҙлек һынауын. Тәүгеһендә туҡтауһыҙ эсеүе һөҙөмтәһендә йәшәүҙән ваз кискән Азат-Кайнозой имән ботағына аҫылынам тигән мәлдә үҙенә ташланып йолҡҡоларға әҙер бүреләрҙе күреп ҡала һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйынан баш тарта. Икенсе хикәйә геройы Зөбәйер уйламағанда-көтмәгәндә сығып булмаҫлыҡ соҡор эсенә ҡолап төшә. Азат менән Зөбәйер яҙмышының уртаҡлығы шунда: улар икеһе лә тәүгеһе үҙе теләп, икенсеһе көтмәгәндә упҡын сигенә килеп терәлә. Баҡтиһәң, һәр ҡайһыбыҙ илебеҙ-ниебеҙ менән имән башында һәм соҡор эсендә ултырабыҙ икән.
Ҡырмыҫҡа хаҡына Сөләймән...
Ваҡытлы матбуғатта хеҙмәт иткәндә баш мөхәррирҙәрҙән уңдым, әйтәгүр. Уларҙың һәр ҡайһыһы туған телебеҙҙәге баҫманы уҡымлы итеү, уны таратыу йәһәтенән оло фиҙаҡәрлек күрһәтте һәм күрһәтә. “Ағиҙел”дә милләтебеҙ аҡһаҡалы Булат Рафиҡов баш мөхәррир саҡта эшләү бәхете тейҙе. Журнал йөкмәткеһендәге ыңғай үҙгәрештәр генә түгел, республикабыҙҙағы яңырыу осоро булды ул йылдар. “Шоңҡар” журналының тәүге һандарын сығарғанда офисыбыҙ ҙа, аҡсабыҙ ҙа, ҡағыҙыбыҙ ҙа булмаған саҡта баш мөхәррире Таңһылыу Ҡарамышеваның фатиры тәүге офисыбыҙға әүерелде. “Киске Өфө” баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева барлыҡ техник эштәрҙе, ойоштороу, подписка мәшәҡәттәрен үҙ өҫтөнә алып, ижади эшләү шарты тыуҙырҙы. Йәнә “Ағиҙел”гә эшкә ҡайтҡас баш мөхәррир булып эшләүсе Әмир Әминев баҫманы уҡымлы итеүгә йүнәлдерелгән һәр идеяны күтәреп алды, шул уҡ ваҡытта традицияларҙы һаҡлап ҡалды. “Башҡортостан” гәзитендә үҙ хәбәрсе, баш мөхәррир булараҡ оло тәжрибә туплаған Рәлиф Кинйәбаев журналдың тиражын һаҡлауҙа, йөкмәткеһен йәнләндереүҙә фиҙаҡәрлек күрһәтте.
Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәре етәкләгән матбуғат баҫмаһын һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләне, улар хаҡында тағы ла бик күпте яҙырға булыр ине. Был һүҙем “Ағиҙел”дең әлеге хәҙерге баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин хаҡында. “Йәшлек” гәзитендә, унан һуң “Шоңҡар” журналында быуынын нығытҡан, тәжрибә туплаған ҡәләмдәшемдең фәҡәт ошо мәлдә әҙәбиәтебеҙ йылъяҙмаһы, милләтебеҙҙең күңел донъяһының көҙгөһө булған “Ағиҙел”гә баш мөхәррир булып килеүен, яҙыусының үҙе әйткәнсә, Тәңре өрөк ҡапҡан мәлгә тап килеүе тип баһаларға булалыр. Хикәйәлә Зөләйха был мәлгә түбәндәгесә баһа бирә: “Тәңре үҙе һәр йән эйәһенең ғүмерен танып, яҙмыш мөһөрөн һала икән. Бер бәхетлегә бер бәхетһеҙ, бер бәхетһеҙгә бер бәхетле, тип. Ауыҙына өрөк ҡапҡан сағындамы, бер бәхетлегә бер бәхетле, тип яңылышып та китә, ти...” Яңылышмайҙыр Хоҙай, үҙенең һәр бәндәһен кәрәкле сағында кәрәкле урынға алып киләлер. Улай ғына ла түгел, тап шул мәлдә кәрәк кешене донъяғы тыуҙыралыр. Һәр хәлдә, мин Мөнирҙе Тәңре өрөк ҡапҡанда тыуғандыр, тием.
Журналды уҡымлы итеү бер нәмә, ә бына уҡыусыларын һаҡлап ҡалыу тағы ла ауырыраҡ. Бигерәк тә хәҙерге Интернет заманында. Мөнир беҙгә килгәс тә, иң тәүҙә 1923 йылдан, йәғни “Ағиҙел” журналы сыға башлағандан һаҡланып килгән тышлыҡ һәм биҙәлеш, йөкмәтке ҡалыптарын үҙгәртеүгә, яңыртыуға йүнәлеш бирҙе. Өҫтәүенә, тәжрибә рәүешендә ике махсус һан сығарып өлгөрҙөк. Яҙыусы Ғәлим Хисамовтың “Президент Рәхимов” романын журналдың айырым бер һанында баҫыу, махсус хикәйәләрҙән генә торған һан сығарыу уҡыусыларҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Һөҙөмтәлә был ике һанды хәҙер көндөҙ шәп яндырып эҙләһәң дә, табып булмай. Итексе итекһеҙ, тигәндәй, үҙебеҙ ҙә журналһыҙ ҡалдыҡ. Өҫтәмә тираж менән баҫылған даналар ҙа һыуға һеңгәндәй таралып бөттө. Иң мөһиме, ҡасандыр, йәш сағында, балалыҡ мәлендә журналды яратып уҡыусылар уның барлығын иҫенә төшөрҙө. Хатта редакцияға шылтыратып: “Ағиҙел” һаман да сығамы ни, уның шул-шул һандарын табып булмаймы?” – тип әйтеүселәр ҙә булды. Ҡасандыр райкомдарҙың 1-се секретарҙары, хакимиәт башлыҡтары булып эшләп, хәҙер хаҡлы ялда булыусылар редакциябыҙға килеп шул һандарҙы эҙләп йөрөнө.
Быларҙың барыһының да нигеҙендә баш мөхәррирҙең журнал юҫығын, әҫәрҙәрендәге кеүек, “комфортлы зона”нан сығарыуға йүнәлтелгән тәүәккәллеге ята. Иң һөйөндөргәне: журналыбыҙға почта аша яҙылыусылар һиҙелерлек артты. Махсус һандар сығарыуҙы артабан да дауам итербеҙ, тип торабыҙ.
Сөләймән пәйғәмбәр хаҡында шундай риүәйәт бар. Ул үҙенең йөҙәр меңлек ғәскәрен ерҙән дә, һауала осҡос балаҫына ултыртып та походҡа йөрөгән. Сираттағы хәрби сәйәхәтенә сыҡҡас, уға үҙ ғаиләһенең хәстәре менән булған бер ҡырмыҫҡа осраған. Сөләймән уйға ҡалған: әгәр ҙә ғәскәрен балаҫына ултыртып артабан китһә, ҡояшты ҡаплаясаҡ та, ҡырмыҫҡаның ғаиләһенә төн, ерҙән китһә, уның төйәге саңдауға әйләнәсәк. Кемгәлер бәхетһеҙлек килтергән сәйәхәтенән баш тартып, Сөләймән ғәскәрен кире борған.
Етәксе булараҡ Мөнир һәр коллектив ағзаһына, уның хатта үҙе иғтибар бирмәгән бәләкәй генә проблемаһына ла оло диҡҡәтле, иғтибарлы. Был сифаты уның әҫәрҙәренең һәр бер деталенә мөнәсәбәтле, иғтибарлы булыуына тиң. Тормошта ла, ижадта ла ошо сифаты уны ташламаһын...
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай.
Читайте нас: